Толкачёв Константин Борисович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
1953 йылдың 1 мартында [[Кемерово өлкәһе]]нең Новокузнецк ҡалаһында тыуа, рус. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай. Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры. Юридик фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәр авторы.
 
Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торбалар йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971 йылдан 1973 йылға тиклем Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1977- 19961977–1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифаларҙы биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә.
 
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың икенсе – дүртенсе саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп һайлана. 1999–2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы. Европаның урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары. Рәсәй Федерациһы Закондар сығарыусылар советының ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы.