Зарипов Нур Талип улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Регион102 ҡулланыусыһының (фекер алышыу) 428970 үҙгәртеүенән баш тартыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Нур (Нурмөхәмәт) Талип улы Зарипов (1925 йыл, 15 июнь, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Көҙән ауылы - 1997 йыл, 6 сентябрь, Өфө) - башҡорт фольклорсыһы, әҙәбиәт ғилеме ғалимы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Нур Талип улы Зарипов 1925 йылда Ишембай районы Көҙән ауылында тыуған
 
Тормошо
Нур (Нурмөхәмәт) Талип улы Зарипов 1925 йылдың 15 июнендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Көҙән ауылында тыуған.
1943 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас хәрби училищеға алына.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1945 йылда фронттан яраланып ҡайтҡас, Көҙән ауыл советында секретарь булып эшләй.
1947-1951 йылдарҙа К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.
КПСС Үҙәк Комитеты янындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай (Мәскәү, 1962).
1951 йылдан Ғафури районының Үтәк мәктәбе директоры.
1956 йылдан БАССР Мәғариф министрлығы инспекторы.
1962-1963 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитетының мәҙәниәт бүлеге инструкторы.
1957-1959 һәм 1964-1997 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй (1967-1969 йылдарҙа бүлек мөдире).
1997 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.
 
 
 
Ғилми эшмәкәрлеге
Н.Т. Зариповтың илми эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте тарихын, фольклор жанрҙарын (әкиәттәрҙе, эпос тарихын) һәм башҡорт һүҫ сәнғәте ҡомартҡыларын өйрәнеүгә арналған.
Н.Т. Зарипов башҡорт сәсәндәренең эшмәкәрлеген, әкиәттәрҙең поэтикаһын өйрәнеү эшендә айырыуса һөҙөмтәле эшләне. Һуңғы йылдарҙа ул "Иҙеүкәй менән Мораҙым" ҡобайырын баҫтырып сығарыу буйынса ҙур эш башҡарҙы.
Н.Т. Зарипов - башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыға килгән күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе, уның баш мөхәррире.
Әҙәбиәт ғилемендә лә әүҙем эшләне. "Тәүге гвардеецтарҙың береһе", "Имай Насыри тормошо һәм ижады", "На пути духовного единства", "Әҙәбиәттең гражданлыҡ пафосы" китаптарының авторы.
 
 
 
Хеҙмәттәре
1. Тәүге гвардеецтарҙың береһе. Өфө, 1968;
2. Имай Насыри тормошо һәм ижады. Өфө, 1983;
3. Әҙәбиәттең гражданлыҡ пафосы. Өфө, 1978;
4. На пути духовного единства. Уфа, 1974;
5. Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы. Очерктар Өфө, 1967 (авторҙаш).
 
 
Маҡтаулы исемдәре
1. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
2. Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
3. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
 
Сығанаҡтар
1. С. Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, "Китап", 1999, 54-се бит.
2. Ә. Сөләймәнов. Алдан барыусы ине. // Ағиҙел, 2000, №6.