Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
1983 йылда СССР яҙыусылар берлеге янындағы Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай, 1987 йылда — ГИТИС янындағы Юғары театр курстарын тамамлай.
1988—1990 йылдарҙа — [[Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлеге|Башҡортостан Яҙыусылар берлеге]]ндә әҙәби кәңәшсе булып эшләй.
 
1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының урынбаҫары, беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.
32 юл:
1994—2010 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй.
 
2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге рәйесе итеп һайлана.
 
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 17 китап, 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы.