Китап (нәшриәт) — версиялар араһындағы айырма

ә
Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
ә (Робот: косметик үҙгәртеүҙәр)
 
== Тарихы ==
* Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ойошторолоу тарихы [[РКП(б)]]-ның [[1919]] йылдың 8 —11 ноябрендә [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡта]] уҙғарылған [[1-се Бөтә башҡорт конференцияһы]]нан башлана. Был конференция үтеү, менән Стәрлетамаҡта [[Башҡорт АССР-ы]]ның Башҡорт дәүләт нәшриәте тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа тәү башлап башҡорт телендә [[Шәйехзада Бабич]], [[Дауыт Юлтый]] һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрә.
* [[1920]] йылдың 27 авгусында [[Өфө губернаһы|Өфө губерна]] башҡарма комитетының ҡарары менән Өфөлә китап баҫтырыу эшен йәйелдерергә ҡарар ителә. Шулай итеп, [[1922]] йылдың октябрендә баш ҡалала «Башкнига» тигән уртаҡ сауҙа нәшриәте барлыҡҡа килә.
* [[1924]] йылдың октябрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты [[марксизм-ленинизм]] классиктары әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырып сығарыу буйынса редакция-нәшриәт комиссияһы ойоштора. Уның рәйесе итеп [[Ғәзим Касимов]], секретары итеп языусы [[Ғөбәй Дәүләтшин]] раҫлана. Комиссия ағзалары сафында шулай уҡ [[Ғабдулла Амантай]], [[Булат Ишемғол]], [[Имай Насыри]], [[Дауыт Юлтый]] һымаҡ әҙиптәр ҙә була.
* Халык Комиссарҙары Советы [[1928]] йыддың 28 ноябрендә «Башкнига»ны «Башгиз» (Башҡортостан дәүләт нәшриәте) итеп үҙгәртеп ҡора.
* Беренсе биш йыллыҡ осоронда ([[1928]]—[[1932]] йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 исемдәге китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы — 3 миллион 822 мең дана. Икенсе биш йыллыҡта ([[1933]]—[[1938]] йылдар) 1406 исемдәге баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.
* 1930-сы йылдарҙан 70-се йылдарға саҡлы [[урыҫ]] [[совет языусы]]лары һәм [[донъя классиктары]] әҫәрҙәре бик күпләп баҫтырылып сығарыла. Мәҫәлән: [[А. М. Горький]] — 39, [[А. С. Пушкин]] — 37, [[М. Ю. Лермонтов]] — 17, [[В. В. Маяковский]] — 15, [[Н. В. Гоголь]] — 12, [[А. П. Чехов]] 11 тапҡыр донъя күргән. Уларзы башҡорт теленә тәржемә итеүгә башҡорт яҙыусылары ифрат ҙур өлөш индерә.
* Башҡортостан китап нәшриәте [[1969]] йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы [[РСФСР]] Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
* Башҡортостан китап нәшриәтенең йылдам үҫеше айырыуса [[1970]]— [[1990]] йылдарға тура килә. Мәҫәлән, [[1990 ]] йылда, нәшриәт 362 исемдәге 4 миллион 203 мең дана (41 миллион баҫма табаҡ) продукция нәшер итә.
* Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, [[Рәсәй]] һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була.
* Китап нәшриәте [[1994]] йылда, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртә.
36 336

үҙгәртеү