Айлыҡ шалҡан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
Был йәшелсәнең тамыры ғына түгел, япраҡтары ла ашарға яраҡлы, организм өсөн файҙалы. Редисты асыҡ тупраҡҡа апрель аҙаҡтарында уҡ ултыртырға мөмкин.
Редис сәскәндән һуң 30 – 45 көндән өлгөрөп етә, шуға ла уны бер миҙгелдә ҡабат-ҡабат ултыртырға була. Бер ҡараһаң, уны үҫтереүҙең бер ауырлығы ла юҡ кеүек, шулай ҙа бөтә йәшелсәләр кеүек үк, уның да наҙлы, үҙенсәлекле яғы бар.
 
== Үҫтереү ==
Иң тәүҙә, редис үҫкән түтәлдәр ҡояшҡа ҡарап торорға тейеш. Әйткәндәй, был йәшелсә күсереп ултыртыуға бер ҙә ҡаршы түгел, яңы урынға тиҙ генә ылығып, артабан үҫеп китә. Баҡсаһында уңышты химикаттар ҡулланмай ғына үҫтерергә теләүселәр редис сәселгән түтәлгә ағас көлө, күпләп тиреҫ индерә ала. Ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолоу өсөн үҫемлектәргә һарымһаҡ төнәтмәһе, тәмәке туҙаны һәм көл һибәләр.
Ә инде баҡсаһында урынды экономияларға тырышҡандар редисты кишер, һуған түтәлдәренең ситенә сәсә ала. Ул тиҙ үҫеп еткәс, башҡа йәшелсәләрҙе ҡыҫырыҡлап өлгөрмәйәсәк.
 
Редис орлоҡтары 1,5 – 2 сантиметр тәрәнлеккә сәселә, йәшелсә артыҡ эре түгел, шуға ла үҫемлектәрҙең араһы 4 – 5 сантиметр ғына булыуы ла етә.
Йәшелсәне әллә ни оҙаҡ һаҡлап булмай, һыуытҡыста ул дүрт көн тәмен дә, сифатын да юғалтмай тора ала. Ә инде япраҡтары ҡырҡылған, герметик ҡапҡа һалынғандары ике аҙна тирәһе һаҡлана.
 
Редис — яҡтылыҡ яратыусан үҫемлек; күләгәле, ышыҡ урындарҙа ваҡ тамыраҙыҡтар ғына сығара. Ул — көн үҫемлеге. Көн оҙайғанда уның үҫеше тиҙләй, үҫемлектәр йылдамыраҡ һабаҡлана, ҡайһы саҡта тамыраҙыҡтары ла булмай. Редистың шытымдары минус 3, ә ҙурайған үҫемлектәре минус 5 градусҡа ҡәҙәр ҡырауҙы кисерә ала. Тамыры үҫеү өсөн ҡулай температура — 18–20 градус.
Редис тупраҡҡа талапсан. Әсе тупраҡта кила ауырыуы менән зарарлана. Азот етмәһә, япраҡтары һәм тамыры насар үҫә, калий етешмәһә, емеше яралыу тотҡарлана
 
== Файҙаланыу ==
Редистың һабаҡтарын, япраҡтарын салат эшләгәндә, аш бешергәндә ҡулланырға була, бик тәмле килеп сыға.
Редисты шулай уҡ ҡатыҡ менән окрошка әҙерләгәндә күпләп ҡулланырға мөмкин. Ғөмүмән, был йәшелсә һөт аҙыҡтары менән бик дуҫ, уларҙы ҡушып ашау тәмле лә, организмға ла файҙалы.