Ҡырҡтытау (һырт): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Хребет |Название = Ҡырҡтытау |Национальное название = |Изображение…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
'''Ҡырҡтытау''' —— Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
 
[[Белорет районы|Белорет]] һәм [[Әбйәлил районы|Әбйәлил]] райондары буйлап [[Ҡолсоғаҙы]] һәм [[Шәкәрҙейылға]] йылғалары (Кесе Ҡыҙыл йылғаһы ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенән алып Оло Ҡыҙыл йылғаһы киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
 
Оҙонлоғо 60 км тирәһе, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, үҙәк — 16 км, көньяҡ — 6 км. Абс.Абсолют бейеклеге 1118 км (Ҡараташ тауы). Буйға һуҙылған тау ҡалдыҡтары теҙеменән тора. Һыртта [[Шыршылытау]] (1108 м), [[Күсемов]] (1080 м), [[Бабай]] (1054 м), [[Ҡушай]] (1048 м), Һандыҡ (900 м тирәһе) түбәләре айырыла. Ирәндек свитаһының базальт һәм андезибазальт составлы лаваларынан, лавабрекчияларынан тора. Һыртта [[Оло Ҡыҙыл| Оло]] һәм [[Кесе Ҡыҙыл]] йылғалары һәм уларҙың ҡушылдыҡтары башлана.
 
Көнсығыш итәгендә [[Яҡтыкүл]], [[Ҡарабалыҡты]] һәм [[Сабаҡты]] күлдәре ята. Һырттың көнбайыш битләүҙәре һәм төньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараһыу урман тупрағындағы уҫаҡ, ҡарағай һәм ҡарағас ҡатыш ҡайын урмандарынан һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡоро болондарҙан тора; көнсығыш битләүҙәренең һәм көньяҡ өлөшөнөң ландшафтары ҡараға оҡшаш тупраҡтағы ҡылғанлы һәм төрлө үләнле далаларҙан ғибәрәт.
36 юл:
* Һырт төньяҡ өлөшөндә “Абҙаҡ” спорт‑һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан.
== Топонимика ==
Бер вариантында ҡырҡты, йәғни ҡырҡылған тау тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тиела, икенсе вариантта ҡырҡ һанына бәйләнгән тиелә.