Галин Салауат Әхмәҙиә улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
27 юл:
 
== Биографияһы ==
Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған (1958). 1962 йылдан алып ТТӘИ хеҙмәткәрере, 1970 йылдан — Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй: башҡорт филолологияһы кафедраһы мөдире, 1977—83 ййылдарҙа проректор. 1987 йылдан алып Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы, 2004—10 йылдарҙа донъя һәм милли мәҙәниәттәр кафедраһы мөдире. 1950—70 йылдарҙа (1964 ййлдан алып етәксе) Башҡортостан, шулай уҡ Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләре буйлап йыл һайын үткәрелгән фольклор‑этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. фольклористикаһы тарихына, фольклор жанрҙарын, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыларын тикшереүгә арналған. “Йылдар һәм йырҙар” (1967), “Башҡорт халҡының йыр поэзияһы” (1977) китаптарында башҡ. халыҡ тарихи йырҙары жанр‑тематика йәһәтенән классификацияланған һәм шиғри алымдарына характеристика бирелгән. “Башҡорт халыҡ эпосы” (“Башкирский народный эпос”; 2004) китабында башҡ. эпосының үҫеше ҡарала. Күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады”, “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ т.) йыйынтыҡтарының редколлегия ағзаһы һәм төҙөүселәренең береһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы, “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”; 2002—2005) программаһының авторҙар коллективы етәксеһе, электрон әсбабының (2004) авторы.
== Бүләктәре ==
Филолология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1975).РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. (2001), Ғ.Сәләм ис. пр. (1968) лауреаты.
== Хеҙмәттәре ==
43 юл:
* “Башҡорт халҡының йыр поэзияһы” (1977)
 
== Әҙәбиәт ==
* Яйыҡбаев К.Я. Салауат Галин //Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре. 1‑се кит. Өфө, 2003.
{{БЭ}}