Әхмәров Ҡасим Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ҡасим Закир улы Әхмәров (1900 йылдың 7 ноябре, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Б…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡасим Закир улы Әхмәров''' (1900 йылдың 7 ноябре, [[Өфө губернаһы]] Бөрө өйәҙе (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Борай районы]]) Борай ауылы - 1969 йылдың 11 феврале, [[Өфө]]) - башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965).
 
== Тормошо ==
Тормошо
Ҡасим Закир улы Әхмәров 1900 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы) Борай ауылында тыуған.
 
1919 йылда "Рәсүлиә" мәҙрәсәһен тамамлай.
 
1928 йылда Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләй башлай.
 
1938-1969 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, тел бүлеге мөдире булып эшләй.
 
== Ғилми эшмәкәрлеге ==
Ҡасим Әхмәровтың башҡорт тел ғилеме өлкәһендәге эшмәкәрлеге Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләгән сағында башлана. Уның ғилми хеҙмәттәре башҡорт яҙмаһын һәм орфографияһын, хәҙерге башҡорт теленең синтаксисын өйрәнеүгә арналған.
 
Ҡ.З. Әхмәров - русса-башҡортса (1948), башҡортса-русса (1958) һүҙлектәрҙе, башҡорт теленең орфографик һүҙлеген (1942) төҙөүселәрҙең береһе. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, уҡытыу-методика эштәре, шулай уҡ башҡорт теленән урта мәктәптәр, педагогия училищелары өсөн дәреслектәр авторы.
 
== Хеҙмәттәре ==
Хеҙмәттәре
1.* Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисы. Өфө, 1957.
2.* Башҡорт телендә теҙмә ҡушма һөйләм синтаксисы. Өфө, 1960.
3.* Башҡорт яҙыуы тарихынан: Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы тарихы. Өфө, 1972.
 
== Сығанаҡтар ==
1.* З.Г Ураксин. Касим Закирович Ахмеров. // Вопросы башкирского языкознания. Уфа, 1973.
 
[[Категория:Башҡортостан шәхестәре]]
Сығанаҡтар
1. З.Г Ураксин. Касим Закирович Ахмеров. // Вопросы башкирского языкознания. Уфа, 1973.