Банк: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Translated using http://translate.google.com/toolkit
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Банк''' ({{lang-it|banco}} — эскәмйә, аҡса алыштырыусылар аҡса һала торған урын) — кредит ойошмаһы, аҡса һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән төрлө төрҙәге операцияләр үткәрә, хөкөмәткә, предприятиеларға, граждандарга һ.б. банкларға хеҙмәт күрһәтә. Банкларҙың төп маҡсаты аҡса әйләнешен рациональ ойоштороу, түләүҙәр һәм өҫтәмә ресурстар туплауҙы тәъмин итеү юлы менән иҡтисад үҫешенә булышыу. Баҙар мөнәсәбәттәре үҫеү менән аҡса-кредит өлкәһендә көйләү һәм күҙәтселек итеү өсөн иктисади ихтыяж тыуа. Аҡса эмиссияһынә һәм кредит учреждениеларына күҙәтселек итеүҙе ғәмәлгә ашарыусы үҙәк банкылар шулай барлыҡҡа килә. Улар дәүләт менән иҡтисад араһында аралашыусыға әүерелә. [[Рәсәй]]ҙә Дәүләт банкы 1860 йылда ойоша.
[[СССР|Совет]] осоронда банклар системаһына СССР Дәүләт банкыһы, СССР Төҙөлөш банкыһы һәм СССР Тышҡы сауҙа банкыһы кеүек универсаль кредит учреждениеларе керә. 1990 йылдарҙа ике дәрәжәдәге банкылар системаһы формалаша. Беренсе дәрәжәләгеһе – РФ-ҙың Үҙәк банкыһы ([[Рәсәй]] банкы). Ул кредит ойошмалары банкы булып һанала һәм аңа банкноттарҙы монополь эмиссиялаү, аҡса әйләнешен, кредит-банк эшсәнлеген, валюта сфераһын көйләү, дәүләт алтын-валюта резервтарын һаҡлау хоҡуғы һәм вәкәләте бирелә.
6 юл:
 
РФ-ҙа 2006 йылдың 1 ғинуарына 1356 банк ғәмәлдә була һәм банкыларҙан тыш 53 кредит ойошмаһы эшләй.
 
== Әҙәбиәт ==
* Антонов Н.Г., Пессель М.Н. Денежное обращение, кредит и банки. М., 1995; Банковская система России. Настольная книга банкира. * Центральный банк России. М., 1995; Банковское дело. М., 1998.
 
== Әҙәбиәт ==
* {{ВТ-ЭСБЕ|Банки}}
* {{ВТ-ЭСБЕ|Банкир}}
 
== Сығанаҡтар ==
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1639-bankylar Башҡорт энциклопедияһы]
Юл 16 ⟶ 19:
 
[[Категория:Банкылар]]
[[ru:Банки]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Банк» битенән алынған