Әҙәм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Translated using http://translate.google.com/toolkit
 
хата
29 юл:
 
 
'''Әҙәм''' ({{lang-he|אָדָם}}, кеше {{lang-he|אדמה}}, ''ер'' һәм אדום, ''ҡыҙыл'' һүҙҙәре менән бер тамырҙан; {{lang-el|Ἀδάμ}}, {{lang-ar|آدم}}), [[Бишкитап]] һәм [[Ҡөръән]]дә [[Аллаһ]] тарафынан яралтылған беренсе кеше, [[кешелек]]тең нәҫел атаһы. Һауаның (Еваның) ире, [[Каин]], [[Авель]] һәм [[Сиф]]тың атаһы. [[Йәһүҙелек|Йәһүҙилек]]тә Әҙәм һәм Һауа мөнәсәбәттәрендә бөтә кешелек сағылыш тапҡан, уларҙың тарихы бөтә кешелек образы булып тора.
 
[[Ҡөръән]]дә бәйән ителгәнсә, [[Аллаһ]] Әҙәмде тупраҡтан һәм «йән өрөлгән» [[балсыҡ]]тан үҙенең Ерҙәге «урынбаҫары» (хәлифәһе) сифатында, барлыҡ фәрештәләрҙән өҫтөн итеп яралта һәм уларга Әҙәмгә буйһонорға бойора. Фәрештәләрҙең береһе Иблис Әҙәмгә буйһөноуҙан баш тарта һәм күктән ергә төшөрөлә. Аллаһҡа үс итеп, Иблис Әҙәм менән беренсе ҡатын-ҡыҙ заты Һауаны йәннәттәге тыйылған емеш менән һыйлап, гөнаһ ҡылдырта. Әҙәм менән Һауа, был эштәре өсөн йәннәттән һөрөлөп, бер-береһенән айырым рәүештә ергә төшөрөләләр. Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсе, улар [[Мәккә]] янындагы Ғәрәфә тауында табышалар, Аллаһ ихтыяры менән шунда Аҙәм Кәғбә төҙөй. Аллаһтың ярлыҡауына ирешә һәм беренсе [[пәйғәмбәрҙәр|пәйғәмбәр]] була.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әҙәм» битенән алынған