Иғдәүләтов Зәйни Сирай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып
20 юл:
 
== Тормошо ==
Зәйни Сирай улы Иғдәүләтов 1913 йылдың 4 ғинуарында элекке Өфө губернаһы [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы [[Мәләүез районы]]) [[Аптраҡ]] ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
1928 йылда хеҙмәт мәктәбенең тәүге баҫҡысын тамамлай. Ата-әсәһе ауырыу сәбәпле, артабан уҡыуын дауам итә алмай. Ғаиләгә ярҙам итеү маҡсатында ҡыш урман ҡырҡа, йәй һал ағыҙа. Шул ваҡытта скрипкала уйнарға өйрәнә, гармунда башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға өйрәнә башлай. Колхоз йәштәре менән сәнғәт түңәрәге ойоштора, төрлө сюжеттар башҡара, уйнай, йырлай, үҫә төшкәс, уға хатта "колхоз артисы" тигән ҡушамат тағыла.
 
1933 йылда осраҡлы рәүештә ауылдарына килеп юлыҡҡан ике ижад кешеһе - Кучуков тигән скрипкасы һәм Усманов фамилиялы рәссам менән осраша. Уларға үҙ һөнәрен күрһәтә. Баш ҡала ҡунаҡтарын моңо менән әсир итә. Уға музыка училищеһына уҡырға барырға тәҡдим итәләр. Әммә З. Иғдәүләтовҡа музыка бүлегендә урын ҡалмай, шуға күрә уны театр техникумына ҡабул итәләр. Хажи Бохарский, Ғабдулла Шамуҡов, Вәли Ғәлимовтар уның менән ихлас шөғөлләнә.
1937 йылда Башҡорт театр училищеһын, режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев курстарын тамамлай.
1936 йылдан алып 1974 йылға тиклем Башҡорт академия драма театрында актер булып эшләй.
1982 йылдың 13 июлендә Өфөлә вафат була.
 
== Ижады ==