Иғдәүләтов Зәйни Сирай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
== Ижады ==
Зәйни Иғдәүләтовтың тәүге роле А. Таһировтың "Янғура" пьесаһынан ҡарауылсы ҡарт образы була. Зәйни Иғдәүләтов тыуҙырған образдар сатирик үткерлек, кәмит эскерһеҙлек, теүәл социаль характеристика менән айырылып тора. Төп ролдәре: Вафа ("Башмағым", Х. Ибраһимов), Ҡолой Тархан ("Хужа Насретдин", Н. Иҫәнбәт), Шәкүр ("Бажалар", И. Абдуллин); классик репертуарҙа Жеванин ("Өйләнеү", Н.В. Гоголь), Миллер ("Мәкер һәм мөхәббәт", Ф. Шиллер), Бессеменов ("Мещандар", М. Горький), Симоне ("Мут егет"; Л. Пиранделлоның "Лиола" пьесаһы буйынса) һ.б. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡуйған спектаклдәре: Н.В. Гернеттың ("Алладиндың серле лампаһы") (1955), Ш. Насировтың ("Серле ҡая")(1960)һ.б. ("Ай тотолған төндә")("В ночь лунного затмения"; Свердловск киностудияһы, 1978) кинофильмендә төшә. Концерт эшмәкәрлеге алып бара.
Зәйни Иғдәүләтовтың сәнғәткә драма артисы ғына түгел, нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та килеүе билдәле. Ул башҡорт теленә, һүҙгә, сәхнә теленә талапсан, һаҡсыл була. Телмәре - ҡойоп ҡуйған саф башҡортса, сәхнә теле юғары дәрәжәлә профессиональ, һоҡланғыс була. Ул ошо тәжрибәһен 1964 йылда донъя күргән "Нәфис һүҙ оҫталығы" тигән китабында йәш һәүәҫкәрҙәргә еткерҙе. Уны күп сәхнә һөйөүселәр уҡыу ҡулланмаһы урынына файҙалана.
== Наградалары ==
1. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1954 й.).
Юл 18 ⟶ 19:
2. Тыуған ауылы Аптраҡта Зәйни Иғдәүләтов исеме менән урам аталған.
 
== Хеҙмәте ==
1. Нәфис һүҙ оҫталығы. Өфө, 1964 й.
 
== Сығанаҡтар ==
1. Кудашов Р. Маленьких ролей не бывает // Ватандаш. 2004. №4.
2. Р. ЙәһүҙинәЙәһүҙина. Бәләкәй ролдәр булмай. // Башҡортостан. 2014 й.