Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ҡарамышев Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәк…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡарамышев Гәрәй (Мөхәмәтгәрәй) Батыргәрәй улы''' — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
 
== Биографияһы ==
1888 йылдың 8 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында тыуған. Хәҙерге Ишембай районы.
 
Ә.Б.Ҡарамышевтың ағаһы. 1920 йылдан алып РКП(б) ағзаһы, 1921 йылда ағзалыҡтан сығарыла. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған (1907). 1917 йылға тиклем Өфө һәм Ырымбур губурналары мәктәптәрендә уҡыта. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша (Мәскәү, 1917 й. 1—11 майы). 1917 йылдан башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең ер башҡармаһы, Башҡорт шураһы рәйесе, 1918 йылда — Башҡорт хөкүмәтенең ер төҙөлөшө бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта сентябрҙән алып “Тулҡын” бөтә башҡорт йәштәре союзы рәйесе. 1919 йылдың февревралендә Бөтә башҡорт хәрби съезын ойоштороуҙа ҡатнаша, 22 февралдән башлап Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан ХХС‑ы рәйесе, бер үк ваҡытта март—майҙа АСБР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 1920 й. башлап БашҮБК ағзаһы. 1920 йылдың ноябренән БашҮБК һәм РКП(б)‑ның Башҡортостан комитеты делегацияһы составында баш күтәреүселәр отрядтары етәкселеге менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, һөҙөмтәлә 26 ноябрҙә Темәс ауылында ихтилалды туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.1922 йылдың сентябрендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
 
{{БЭ}}
[[Категория: Ишембай районы]]