Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
'''Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин''' — революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. [[1896]] йылдың [[9 октябрь|9 октябрендә]] [[Ырымбур губернаһы]] Бесәнсе ауылында (хәҙерге [[Башҡортостан]]дың [[Күгәрсен районы]] Хоҙайбирҙин ауылында) тыуған, [[1924]] йылдың [[21 декабрь|24 декабрендә]] Мәскәүҙә үлгән, [[Өфө|Өфөлә]] ерләнгән.
 
1909 йылда Ырымбурҙа[[Ырымбур]]ҙа [[Хөсәйениә мәҙрәсәһе]]ндә уҡый. 1914 йылда мәҙрәсе администрацияһын тәнҡитләгән өсөн мәҙрәсәнән ҡыуыла.
 
[[Беренсе Бөтә донъя һуғышы]] башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, рота фельдшеры булып һуғышҡа китә. [[Австрия]] фронтында яраланғас, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. [[Февраль революцияһы]]н 144 уҡсы полкы һалдаты булып ҡаршылай. Өфө мосолман хәрби советы эшендә, «Һалдат теләге» гәзите редколлегияһында ҡатнаша.
 
1918 йылда [[Коммунистар партияһы]] сафына алына, Башҡортостанда совет власын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. [[Ҡыҙыл Армия]]ла хеҙмәт итә.