Күмертау ТЭЦ-ы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Электростанция |Тип = ГЭС |Изображение = |Название = Күм…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

08:32, 21 март 2014 өлгөһө

Күмертау ТЭЦ-ы, “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы етештерә. Составына яғыулыҡ-транспорт, ҡаҙанлыҡ турбина, электр, химия, технологик процестар м н автоматлаштырылған идара итеү системаһы, ремонт-төҙөлөш цехтары; Йомағужа ГЭС ы инә. 2012 й. 348 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ тың башҡа төбәктәре халҡы һәм пр тиелары.

Күмертау ТЭЦ-ы
Ил
Собственник

«Башкирэнерго» ЯСЙ

Картала

1951 й. “Башуглеразрезстрой” тресының Ермолаевка ТЭЦ ы булараҡ нигеҙ һалына, 1954 й. тәүге сираты (электр ҡеүәте 35 МВт, йылылыҡ ҡеүәте сәғәтенә 340 т тәшкил итә) сафҡа индерелә, 1957 й. алып К. ТЭЦ ы — “Башкирэнерго” ААЙ филиалы, 2006 й. — “Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы, 2012 й. — “ИНТЕР РАО ЕЭС” ААЙ (Мәскәү) составына ингән “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. 2012 й. ҡарата станцияның электр ҡеүәте 120 МВт, йылылыҡ ҡеүәте сәғәтенә 328 Гкал тәшкил иткән. 1954—2012 йй. пр тие тарафынан 42 млн МВт•сәғ. электр һәм 92 млн Гкал йылылыҡ энергияһы етештерелгән. Пр тиела эшләнгән газ ярҙамында киптереп ҡаҙанды саң м н әҙерләү схемаһы, бушатыу ҡоролмаларында күмерҙе онтау һәм т. юл габариттарын таҙартыу технологиялары СССР ВДНХ ның бронза миҙалдарына лайыҡ була (1964).

Һылтанмалар