Карнак: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
[[Файл: Temple Complex at Karnak.jpg|thumb|right|320px|Карнак комплексы. [[1914]] йылғы фото]]
 
'''Карнак һарайы комплексы''' — ғәҙәттә '''Карнак''' тип атала — [[Мысыр|Мысырҙың]] [[Луксор]] ҡалаһынан йыраҡ булмаған, төрлө дәүерҙә төҙөлгән һәм төрлө ҙурлыҡтағы һарайҙар, ғибәҙәтханалар, пилондар һәм башҡа төҙөлөштәрҙән торған дәү комплекс. Комплекстың исеме Луксорҙан 2,5 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан хәҙерге Әл-Карнак ауылынан алынған. Карнак һарайы [[Боронғо Мысыр|Боронғо Мысырҙа]] ''Ипет-Исут'' ("«Иң изге урын"») тип аталған һәм мең ярым йыл дауамында Мысыр дәүләтенең төп табыныу урыны булған. Ул дүрт ҙур өлөштән тороп, [[Фива]] ҡалаһының өс төп Аллаһы — ҡояш Аллаһы [[Амон|Амон-Ра]], уның ҡатыны алиһә-әсә [[Мут]] һәм улдары [[Хонсу|Хонсуға]] бағышланған.
 
== Тасуирлау ==
[[Файл: Flickr - schmuela - IMG 7391.jpg|thumb|left|240px|Һарайға ингән юлдағы һарыҡ башлы сфинкстар аллеяһы]]
Хәҙерге көндәрҙә Карнак һарайы исеме аҫтында билдәле ''Ипет-Исут'', "«Иң изге урын"», — асыҡ һауала урынлашҡан дәү музей, донъялағы иң ҙур дини табыныу урыны. Ул, бәлки, [[Ҡәһир (ҡала)|Ҡәһир]] эргәһендәге [[Гиза пирамидалары|Гиза пирамидаларынан]] һуң [[Мысыр|Мысырҙа]] икенсе иң йыш йөрөлгән тарихи урындыр.
 
Карнак тарихы — тулыһынса тиерлек [[Фива]] һәм уның Мысыр мәҙәниәтендәге роленең үҙгәреүе тарихы. Утыҙлап [[фирғәүен]] төҙөлөштәргә үҙ өлөшөн индереп, уны башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған кимәлгә ҙурайтҡан, ҡатмарлаштырған, төрләндергән.
15 юл:
=== Амон-ра биләмәһе ===
[[Файл: Karnak model.JPG|thumb|кшпре|240px|Амон-Ра биләмәһенең макеты]]
[[Фива|Фива ҡалаһы]] Ун беренсе династия дәүеренә тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булмаған, һәм ғибәҙәтханалары сағыштырмаса бәләкәй булып, Фиваның тәүге аллаһы [[Монту|Монтуға]] бағышланған. Карнак һарайы урынында табылған, [[Амон]] аллаһы телгә алынған иң боронғо төҙөлөш Ун беренсе династия дәүеренә ҡарай. Мысыр [[гискостар]] баҫҡынлығынан һуң Фива батшалары хакимлығы аҫтында берләшкәс, Амон (мысыр теленән тәржемә иткәндә, ''"«йәшерен"»'' йәки ''"«йәшерен алла"»'') аллаһының ҡеүәте үҫә бара, ул әкренләп [[Боронғо Мысыр|Боронғо Мысырҙың]] [[Гелиополь]] ҡалаһының ҡояш аллаһы [[Ра]] менән ҡушыла һәм Амон-Ра аллаһына әйләнә.
 
Карнакта һаҡланған иң боронғо төҙөлөш — ул Ун икенсе династия фирғәүене [[Сенусерт I]]-нең "«Аҡ ғибәҙәтхана"һығибәҙәтханаһы». Шулай ҙа бындағы төп төҙөлөш эштәре Боронғо Мысырҙың үҫеше осоронда — Яңы батшалыҡ дәүерендә, бигерәк тә Ун һигеҙенсе династия хакимлығы дәүерендә айырыуса әүҙем бара. Был династияның һәр фирғәүене лә тиерлек һарайға яңы һәйкәлдәр өҫтәй.
 
[[Тутмос I]] хакимлығы ваҡытында бында данлыҡлы архитектор [[Инени]] етәкселегендә ҙур төҙөлөш йәйелдерелә — Ун исенсе династиянан ҡалған һәйкәлдәр диуарҙар менән уратып алына, өҫтө ҡырҡып алынған пирамида рәүешендәге ҙур ҡәлғәгә оҡшаған ике ҙур ҡапҡа (''пилон'') — Дүртенсе һәм Бишенсе пилондар төҙөлә, Дүртенсе пилон алдында 23 метр бейеклегендә ҡыҙыл граниттан ике [[обелиск]] күтәрелә. Обелискыларҙың береһе әлеге көндәрҙә лә иҫән.
 
Тутмос I-нең ҡыҙы [[Хатшепсут]] хакимлығы ваҡытында ҡыҙыл һәм ҡара граниттан "«Ҡыҙыл ғибәҙәтхана"» төҙөлә, һуңынан ул [[Аменхотеп III]] тарафынан һүтелеп, таштары төҙөлөш материалдары булараҡ башҡа һәйкәлдәрҙе күтәргәндә ҡулланыла.
 
Хатшепсут шулай уҡ ҡыҙыл граниттан 30 метр бейеклегендәге игеҙәк обелискылар ҡуйҙырта. Уларҙың береһе һаман урынында тора, ул әлеге көндәргә тиклем тере ҡалған боронғо обелискылар араһында Ер йөҙөндә иң бейеге. Икенсеһе иһә икегә бүленеп, ҡолаған. Хатшепсуттың вариҫы [[Тутмос III]] хакимлығы осоронда ул төҙөгән һәйкәлдәрҙең күбеһе юҡ ителә, исеме яҙмаларҙан юйыла, обелсикылары диуарҙар менән ҡаплана.
 
[[Файл: Karnak King List Drawing.png|thumb|right|280px|Карнактың Батшалар исемлеге]]
[[Тутмос III]] Амон һарайын тулыһынса тиерлек үҙгәртә, яңы ғибәҙәтханалар, пилондар, обелискылар төҙөтә. Фирғәүендең хакимлығы юбилейы хөрмәтенә бында ''Ах-Мену'' — "«Һәйкәлдәре менән хозур"», хәҙер ''Тутмос III-нөң Тантана залы'' исеме аҫтында билдәле һарай төҙөлә. Был залда Карнактың Батшалар исемлеге — Тутмос III һәм унан алда хаким иткән фирғәүендәрҙең исеме уйылған. Эргәһендә данлыҡлы ''"«Ботаник баҡса"»'' — Тутмос III яулап алған илдәрҙән килтерелгән хайуандар һәм үҫемлектәр һүрәтләнгән зал төҙөлә. Амон биләмәһенең үҙәк өлөшөндә ''"«Йылъяҙмалар залы"»'' төҙөлә, был залдың диуарҙарында фирғәүен алып барған яуҙарҙың шаһиты булған йылъяҙмасы Чанини тарафынан яҙылған яу тарихтары бәйән ителә. Амон һарайынан төньяҡтараҡ Тутмос III [[Мемфис]] ҡалаһының өс төп аллаһы — [[Птах]], уның ҡатыны [[Сехмет]] һәм улдары [[Нефертум]]ға бағышланған һарай — Птах һарайы төҙөтә. Был һарай һуңынан [[Птолемей династияһы|Птолемей дәүере]] фирғәүендәре тарафынан ҙурайтыла.
 
[[Аменхотеп III]] биләмәгә тағы бер пилон — Өсөнсө пилонды өҫтәй. Уны һалған ваҡытында ул ҡайһы бер элеккерәк һәйкәлдәрҙе һүтеп, алынған таштарҙы төҙөлөш материалдары булараҡ ҡуллана. Хәҙерге ваҡытта һүтелгән төҙөлөштәр египтологтар тарафынан тергеҙелгән һәм ҡайһы бер һәйкәлдәр, шул иҫәптән [[Сенусерт I|Сенурсеттың]] "«Аҡ ғибәҙәтхана"һығибәҙәтханаһы» һәм Хатшепсуттың "«Ҡыҙыл ғибәҙәтхана"һығибәҙәтханаһы» яңынан һалынған.
 
Аменхотеп III шулай уҡ биләмәнең [[көньяҡ]]-[[көнсығыш]] өлөшөндә Хонсу ғәбәҙәтханаһына нигеҙ һала, был төҙөлөштө артабан [[Рамзес III]] һәм [[Рамзес IV|IV]] дауам итә.
49 юл:
=== Мут биләмәһе ===
[[Файл: Karnak Mout 004.jpg|thumb|left|180px|Мут биләмәһендәге Сехмет һәйкәлдәренең береһе]]
Амон-Ра комплексының [[көньяҡ|көньяғында]] урынлашҡан был биләмә алиһә-әсә [[Мут]]ҡа бағышланған. Мут (Боронғо Мысыр телендә ''"«әсә"»'' һүҙен аңлата) — Фива ҡалаһының өс төп аллаһының береһе, һауа аллаһы, әсәлекте ҡурсалаусы, Ун һигеҙенсе династия хакимлығы осоронда, Фива ҡалаһы үҫеше мәлендә Амондың ҡатыны тип таныла башлай.
 
Мут биләмәһендә ярым ай формаһындағы изге Ишеру күле урынлашҡан, шуға ҡайһы берҙә был алиһәне ''Ишеру күле хакимәһе'' тип тә атайҙар. Күл буйында — Мут ғибәҙәтханаһы. Был ғибәҙәтхана Урта Батшалыҡ осоронда уҡ һалынған булырға тейеш. [[Хатшепсут]]тың хакимлығы дәүерендә иһә ул ҡабаттан тергеҙелә. Артабан төҙөлөштәрҙе [[Аменхотеп III]] дауам итә, уның бойороғо буйынса бында йөҙләгән арыҫлан башлы [[Сехмет]] алиһәһенең һәйкәле ҡуйыла.
66 юл:
=== Аменхотеп IV һарайы ===
[[Файл: GD-EG-Caire-Musée061.JPG|thumb|right|180px|Эхнатондың Гем-па-Атон ғибәҙәтханаһы урынында табылған һәйкәле]]
Амон-Ра биләмәһенән көнсығыштараҡ урынлашҡан был һарай [[Атон]] — ҡояш дискы аллаһына бағышланған. [[Аменхотеп IV|Аменхотеп IV (Эхнатон)]] үҙенең данлыҡлы дини реформаһы ваҡытында бөтә Мысырҙа нәҡ ошо аллаға табыныуҙы керетә. Һарайҙың төп ғибәҙәтханаһы ''Гем-па-Атон'' — "«Ҡояш Дискы табылған"» исемен йөрөтә. Бынан тыш, бында ''Хут-бенбен'' — "«Бенбен ташы һарайы"», ''Руд-мену-эн-Атон-эр-нехех'' — "«Мәңгелек Ҡояш Дискының һәйкәлдәре ныҡлы"», шулай уҡ ''Тени-мену-эн-Атон-эр-нехех'' — "«Мәңгелек ҡояш дискының һәйкәлдәре бейек"» ғибәҙәтханалары урынлашҡан булған.
 
Батшаның үлеменән һуң күп тә үтмәй, Мысырҙағы хакимлыҡ ҡайтанан Амон-Ра руханиҙары ҡулына күсә, Эхнатон һәм Атон исеме менән бәйле барлыҡ һәйкәлдәр, шул иҫәптән, Карнактағы был һарай ҙа юҡ ителә. Емерелгән һарайҙан алынған материалдар башҡа төҙөлөштәрҙә ҡулланыла.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Карнак» битенән алынған