Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Категориялар юҡ}}
'''Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы''' — (15.3.1939 йылда тыуған, БАССР-ҙың [[Бөрйән районы]]ның [[Нәби]] ауылы), башҡорт фольклорсыһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). [[Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһыныңакадемияһы]]ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995).
 
== Тормош юлы ==
[[Башҡорт дәүләт университеты]]ның (БДУ) филология факультетын тамамлаған (1967). 1967 алып – Бөрйән районы Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, 1972 йылдан башлап БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры уҡытыусыһы, доцент. 1991 йылдың ғинуарынан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлеге мөдире. 2002-2006 йылдарҙа [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]] башҡарма комитеты рәйесе. 2006 йылдан [[М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты|Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының]] башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры.
Юл 5 ⟶ 7:
== Бүләктәре ==
Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Башҡортостан мәғарифы алдынғыһы (1999), Республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Жәлил Кейекбаев (2005), Мифтахетдин Аҡмулла (2009) исемендәге премиялар лауреаты, Бөрйән районының маҡтаулы гражданины.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://agidel-rb.ru/nomera/2014/mart/fnil-kzbkov1.html БЫУЫНДАР АМАНАТЫН ТЕРГЕҘЕҮСЕ. Фәнил Күзбәков. «Ағиҙел» журналы, март, 2014 йыл]
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>