Ҡаҙағстан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
37 юл:
}}
 
'''Ҡаҙаҡстан Республикаhы''' (''Ҡаҙаҡстан'', ({{lang-kk|Қазақстан Республикасы}}) — [[Үҙәк Азия]]ның көньяҡ-көнбайышында һәм [[Көнсығыш Европа]]ның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан [[дәүләт]].

==География==

Майҙаны (2 724 900 км²) буйынса донъяла 9-сы урында тора. Ҡоро ерҙә сик оҙонлоғо — 12 000 км-ҙан ашыу. Көнбайышында [[Волга]] йылғаһының [[дельта]]һынан көнсығышта [[Алтай]] тауҙарынаса, төняғында [[Көнбайыш Себер]]ҙән көньяғында [[Тянь-Шань]] тауҙарынаса һуҙылған.
 
Төньяғында һәм көнбайышында [[Рәсәй|Рәсәй Федерацияһы]], көнсығышында [[Ҡытай]], көньяғында [[Ҡырғыҙстан]], [[Үзбәкстан]] һәм [[Төрөкмәнстан]] менән сиктәш.
Юл 45 ⟶ 49:
 
16,4 миллионлы халҡы (2010 баһалау) буйынса Ҡаҙаҡстан донъяла 62-се урында тора; шулай ҙа, уның халыҡ тығыҙлығы квадрат километрына 6 кешенән түбән.
==Тарих==
 
Хәҙерге Ҡаҙаҡстандың ерендә борондан күсмә халыҡтар торған. 16 быуатта [[ҡаҙаҡтар]] үҙенә башҡа халыҡ булараҡ билдәлек ала; улар өс [[жүз]] дән тора. 18-сы быуатта Ҡаҙаҡ далаһына [[урыҫтар]] күсеп килә башлай; 19 быуаттың уртаһында барлыҡ Ҡаҙаҡстан [[Рәсәй империяһы]]ның өлөшөнә әүерелә.
1917 йылдың революцияһы һәм артабанғы граждандар һуғышы осоронда Ҡаҙаҡстан административ яҡтан бер нисә тапҡыр төрлөсә бүленә; 1936 йылда [[СССР]] составында Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килә. 20 быуатта Ҡаҙағстанда Советтар Союзының күпселек проекттары атҡарыла, шул иҫәптән Хрущёвтың сиҙәмде күтәреү кампанияһы, [[Байконур космодромы]] һәм Семипалатинск полигоны - СССР-ҙың төп ядро ҡоралын һынау майҙаны.
 
Ҡаҙаҡстан 1991 йылдың 16-сы декабрендә, Совет республикаларының һуңғыһы булып үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә. Советтар Союзының һуңғә йылдарында етәксеһе булған Нурсолтан Назарбаев уның тәүге президенты була. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Ҡаҙағстан тотанаҡлы тышҡы сәйәсәт алып бара, үҙенең иҡтисадын, беренсе рәттән нефть сәнәғәтен үҫтерә.
 
Иҡтисади яҡтан ил тиҙ үҫеш кисерһә, президенты Назарбаев илдәге сәйәсәттә ҡаты хакимлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта, Ҡаҙағстандың халыҡ-ара абруйы күтәрелеп килә [9]. Хәҙерге көндә ул Үҙәк Азияның өҫтөн дәүләте һанала [10].
 
Ил бер нисә халыҡ-ара ойошмаларҙың, әйтеп үткәндә [[Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы]], Евро-Атлантик Партнёрлығы Советы, [[Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе]], Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының нең ағзаһы булып тора. Элекке СССР-ға ингән илдәрҙән НАТО менән Айырым Партнёрлыҡ планы ҡорған алты илдең берәүһе.
 
== Дәүләт ҡоролошо ==
Ҡаҙағстан Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
=== Башҡарма влас ===
{{articlereference| Ҡаҙағстан Хөкүмәте}}
{{articlereference| Ҡаҙағстан Президенты}}
[[Ҡаҙағстан Президенты]] - Ҡаҙағстан башлығы һәм Ҡаҙағстандын иң юғары вазифалы кешеһе.
Ҡаҙағстан Президенты , Ҡаҙағстан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡаҙағстан Конституцияһы менән билдәләнғән.
=== Суд власы ===
Ҡаҙағстан суд системаһы составында:
*[[Ҡаҙағстандын Юғары суды]] һәм өлкә, ҡала, хәрби түбәнге инстанция судтар
 
=== Закондар сығарыу власы ===
{{articlereference| Ҡаҙағстан Парламенты}}
Ҡаҙағстан Парламенты – ике палатаһынан тора: [[Ҡаҙағстан Сенаты |Сенат]] (юғары) һәм [[Ҡаҙағстан Мәжлисы | Мәжлис]] (түбәнге).
 
Мәжлис – Рәсәйҙәге [[Дәүләт думаһы]] аналогы.
 
== Административ бүленеше ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаҙағстан» битенән алынған