Бүре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
44 юл:
 
== Һунар ==
[[Файл:Canis lupus pup closeup.jpg|thumb|right|250px]]
Бүре бик көслө йәнлек. Алты йыртҡыстан торған өйөр оло мышыны йыға ала. [[Һарыҡ]]-[[кәзә]]не елкәһенә һалып та ул хатта эҙәрлекләүҙән ҡотола. Ике бүренең үҙҙәре йыҡҡан атты һаҙлылыраҡ урындан бейек ярға һөйрәп мендергән осрағы ла була.
Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. [[Сысҡандар]] күбәйеп китһә, уларҙы тота, [[ҡуян]]дар бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткәләр менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Бүре ашауға талымһыҙ. Бүрене башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, «йыртҡыс» тиҙәр, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай.
Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә
 
[[Файл:Wolfmoult.png|thumb|left|Gray wolves molt some of their coats in late spring or early summer]]
туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. [[Сысҡандар]] күбәйеп китһә, уларҙы тота, [[ҡуян]]дар бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткәләр менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Бүре ашауға талымһыҙ. Бүрене башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, «йыртҡыс» тиҙәр, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай.
[[Файл:Canis lupus pup closeup.jpg|thumb|right]]
Был йәнлектәр, нигеҙҙә, төндә һөжүм итә. Табышты тамаҡтарына төшөрөүҙәренең бер нисә алымы бар. Яңғыҙ бүре, мәҫәлән, уға шым ғына яҡынлаша һәм ҡапыл һикерә. Өйөр иһә һунар иткәндә «ҡыуып индереү» ысулын ҡуллана. Был осраҡта йыртҡыстарҙың төп маҡсаты — көтөүҙе ҡапыл ҡурҡытып, араларынан иң көсһөҙ бер-икәүһен һайлап ҡалдырыу. Әгәрҙә табыш артынан ҡыуыу 200 — 300 метрҙан да ашһа, өйөр туҡтай: көстәрен бушҡа әрәм итмәйҙәр.
 
[[Файл:Wolf pack in Yellowstone NP.jpg|thumb|left]]
Өйөргә ярты [[тонна]]лы [[мышы]]ны йәки [[болан]]ды йығыуы бер ни тормай. Табышты эләктергәс, иң башта өйөр башлығы тамағын туйҙыра. Ул иттең яҡшыһын ғына ашай, малдың ҡанын эсә. Һуңынан, өйөрҙә тотҡан урындарына ҡарап, башҡалар өлөш бүлешә. Ашап туйғас, улар һыуһынын ҡандырыр һәм табыштарының ҡанынан йөндәрен йыуыр өсөн яҡындағы йылғаға һәм күлгә төшә. Бер аҙ ял иткәс, тағы ашарға киләләр. Әгәр ҙә өңдәрендә уларҙы имеҙгән инә бүре ҡалһа, ата бүре сей килеш ҡорһағында иҙгелгән килеш биш килограмға яҡын ит алып ҡайта ала.
 
== Ғаилә ==
[[Файл:Wolf pack in Yellowstone NP.jpg|thumb|leftright|250px]]
Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ғаиләлә, һуңынан ғаиләнән хасил булған өйөрҙә үткәрә. Был һунар итеү өсөн ҡулайлы булыу менән аңлатыла. Өйөрҙөң төп нигеҙен үрсем биреүсе парҙар тәшкил итә. Был бүреләр тоғролоҡтарын ғумерҙәре буйы, әгәр ҙә береһе үлмәһә, һаҡлай. Тоҡомдарын дауам иттереү ваҡыты етһә, улар өйөрҙән айырылып тора. Ҡышын иһә ололарға һәм көсөктәргә яңы тыуған йәштәр ҡушыла. Шулай итеп, алты — ун ике йәнлектән торған өйөр барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ул артыҡ ҙурайып китһә, ике һәм унан да күберәк өлөшкә бүленә. Йәш төркөм иһә яңы ер эҙләп китә.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бүре» битенән алынған