Балсыҡ: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр |
||
2 юл:
'''Балсыҡ''' — ваҡ бөртөклө ултырма тау тоҡомо, ҡоро хәлдә туҙан хәлендә, еүешләгәндә үҙлекле; һыуҙа иҙелеп, яҙылып торған йомшаҡ тау тоҡомо<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>; тәбиғи төҙөлөш материалы; төрҙәре: керамик, кирбескә тотолған, утҡа сыҙамлы<ref>Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З.Г.Ураксин, З.А.Сиразитдинов, 2004)</ref>.
Үлсәмдәре
[[Ер (планета)|Ер]] шарында балсыҡтар киң таралған: [[дүртенсе осор|дүртенсел]] ултырмаларҙан алып [[кембрий осоро]] ултырмаларына тиклем (ултырма тоҡомдарынан яртыһы тиерлек) осорай; бороңғораҡ ултырмалар, ҡағиҙә булараҡ, метаморфозланған (үҙгәргән). Балсыҡ сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында киң ҡулланыла. Уның ҡулланылышын минераль составына бәйле булған махсус физик һәм технологик сифаттары билдәләй. Мәҫәлән, каолинлы балсыҡтарның иреү температураһы юғары (1580 °C) булыу сәбәпле, уларҙы утка сыҙам балсыҡтар тип әйтәләр һәм утка сыҙам әйберҙәр эшләүҙә, ә иреү температураһы 1580 нән алып 1350 °C ка тиклем булған балсыҡтарны ауыр иреүсән тип әйтәләр һәм керамика сәнәғәтендә (фаянс, плитә, торба, ҡаплау кирбестәре һ.б.) ҡулланалар. Полиминераль балсыҡтар, ғәҙәттә, 1350 °C тан түбәнерәк температурала ирей һәм еңел иреүсән балсыҡтарға керә, тупаҫ керамика һәм кирбес һуғыуҙа ҡулланыла. Монтмориллонит һәм палыгорскит балсыҡтар сорбция, иондар алмашыу, бәйләү, уҙ хәленә кире ҡайтыу (тиксотроп) сифаттарына эйә, быраулау иҙмәләре, адсорбенттар, металл ҡойоу эштәрендә форма яһауҙа, мал өсөн комбиаҙык эшләп сығарыуҙа һ.б. ҡулланыла.
== Иҫкәрмәләр ==
|