Галогендар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
27 юл:
'''Галогендар''' — (гр. hals – тоҙ һәм …генез), [[Д.И.Менделеев]]тың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары ([[фтор]], [[хлор]], [[бром]], [[иод]] һәм [[астат]]).
 
== Физик үҙенсәлектәре ==
Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары һыуҙары, диңгеҙ һыуы һ.б. составына инә; фтор шулай уҡ тере организмдарҙың туҡымаларында (күбеһенсә һөйәк туҡымаһында) бар.
 
== Химик үҙенсәлектәре ==
Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары һыуҙары, диңгеҙ һыуы һ.б. составына инә; фтор шулай уҡ тере организмдарҙың туҡымаларында (күбеһенсә һөйәк туҡымаһында) бар. Ғәҙәти шарттарҙа фтор һәм хлор — газ, бром – шыйыҡса, астат һәм иод — ҡаты матдәләр; астат – радиоактив элемент, тотороҡло изотоптары юҡ. Бөтә галогендар ҙа һыуҙа (фторҙан башҡалары, ул һыуҙы окислай), бром, иод ш. уҡ спиртта, хлороформда эрей. Көслө окисландырыусылар, химик элементтар (тоҙ кислотаһы) һәм органик берләшмәләрҙең ( галоген‑углеводородтар, фторорганик берләшмәләр, хлорорганик берләшмәләр) күбеһе менән тәьҫир итешәләр. Күреү ағзаларының һәм тын юлдарының лайлалы тиресәһен ярһыталар; бромдың ПДК-һы 2 мг/м3, иодтың – 1 мг/м3, фторҙың — 0,15 мг/м3, хлорҙың – 0,003 мг/м3. Организмда иодтың етешмәүе йәки артыҡ булыуы ҡалҡан биҙе ауырыуҙарына килтерә (ҡара: Боғаҡ). Фтор һәм хлорҙы — электролизлап, иод һәм бромды – уларҙың тоҙҙарын окислап, астатты ядро реакциялары ярҙамында алалар.
 
== Файҙаланыу ==
 
Галогендарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен органик синтезлауҙа, аналитик реагенттар, хладондар, дезинфекциялау саралары һ.б. сифатында файҙаланалар. Башҡортостанда хлор һәм фтор алыу өсөн байтаҡ сеймал запастары бар (ҡара: Таш тоҙ, Флюорит). 20 б. 40-сы йй. уртаһында Өфө (ҡара: “Уфахимпром”) һәм 60‑сы йй. Стәрлетамаҡ (ҡара: “Каустик”) химия заводтарында хлор етештереү үҙләштерелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Галогендар» битенән алынған