Ҡайын: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә ҡайын ҡыҙғылт‑көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәләре күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешәләр һәм ҡышлайҙар, яҙ көнө сәскә аталар һәм һары төҫтәге “һеркә осоралар”. Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Апрель–июндә япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ярылы ҡырпыуы булған ваҡ, ялпаҡланған сәтләүек, йәй аҙағында, көҙөн өлгөрә.
 
== Ареал һәм төрҙәре ==
Һалбыр ҡайын ҡайын һәм һыу айырғыстарҙың ҡатнаш урмандарында; аҡ ҡайын — һаҙланған уйһыулыҡтарҙа; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм Салауат районында ғына осраған реликт кәрлә ҡайын гипна һәм сфагнум һаҙлыҡтарында, һирәк ҡарағас урмандарында һәм тау тундраһында үҫә; тәпәш ҡайын һирәкләп ҡыуаҡлыҡ‑сфагнум һаҙлыҡтарында һәм тау тундраһында осрай; кәкре ҡайын тауҙарҙың ярым яланғас бүлкәтендә кәкре ағастарҙан торған урмандар барлыҡҡа килтерә.
 
Ҡайын [[төнъяҡ]] ярымшарҙа таралған.
 
== Ҡайынды ҡулланыу ==
Үҙағасы мебель сәнәғәтендә, яғыулыҡ итеп һәм активлаштырылған күмер алыу өсөн, йәш ботаҡтары миндек һәм һепертке әҙерләү өсөн ҡулланыла. Япраҡтары, бөрөләре, дегете медицинала файҙаланыла, ҡайын һутын поливитаминлы эсемлек итеп ҡулланалар.
 
 
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
Юл 52 ⟶ 50:
== Һылтанмалар ==
<references/>
 
{{БЭ}}
 
[[Категория:Ҡайындар]]
[[Категория:Евразия флораһы]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡайын» битенән алынған