Ҡайын — версиялар араһындағы айырма

6 байт өҫтәлгән ,  7 лет назад
 
== Биологик яҙма ==
Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә Ҡ.ҡайын ҡыҙғылт‑көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәләре күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешәләр һәм ҡышлайҙар, яҙ көнө сәскә аталар һәм һары төҫтәге “һеркә осоралар”. Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Апрель–июндә япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ярылы ҡырпыуы булған ваҡ, ялпаҡланған сәтләүек, йәй аҙағында, көҙөн өлгөрә.
 
==Ареал һәм төрҙәре==
12 260

үҙгәртеү