Ҡайын — версиялар араһындағы айырма

Дәүмәлдә үҙгәрештәр юҡ ,  7 лет назад
Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә Ҡ. ҡыҙғылт‑көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәләре күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешәләр һәм ҡышлайҙар, яҙ көнө сәскә аталар һәм һары төҫтәге “һеркә осоралар”. Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Апрель–июндә япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ярылы ҡырпыуы булған ваҡ, ялпаҡланған сәтләүек, йәй аҙағында, көҙөн өлгөрә.
 
==Ареал ҙәмһәм төрҙәре==
Һалбыр ҡайын ҡайын һәм һыу айырғыстарҙың ҡатнаш урмандарында; аҡ ҡайын — һаҙланған уйһыулыҡтарҙа; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм Салауат районында ғына осраған реликт кәрлә ҡайын гипна һәм сфагнум һаҙлыҡтарында, һирәк ҡарағас урмандарында һәм тау тундраһында үҫә; тәпәш ҡайын һирәкләп ҡыуаҡлыҡ‑сфагнум һаҙлыҡтарында һәм тау тундраһында осрай; кәкре ҡайын тауҙарҙың ярым яланғас бүлкәтендә кәкре ағастарҙан торған урмандар барлыҡҡа килтерә.
{{Биофото|Betula_lenta_-_Köhler–s_Medizinal-Pflanzen-021.jpg|left|ш=250|Ҡайын <br /> {{Бот.илл.|1}}|color=lightgreen}}
12 260

үҙгәртеү