Ҡайын: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
25 юл:
'''Ҡайын''' — ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты, беше аҡ туҙ ҡабыҡлы, эре япраҡлы [[ағас]].
== Таралышы ==
Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бейеклеге 20 метрға етә. Апрель-май [[ай]]ҙарында [[сәскә]] ата, емеше август-сентябрҙә өлгөрә.
== Биологик яҙма ==
Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә Ҡ. ҡыҙғылт‑көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәләре күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешәләр һәм ҡышлайҙар, яҙ көнө сәскә аталар һәм һары төҫтәге “һеркә осоралар”. Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә.
==Ареал ҙәм төрҙәре== Һалбыр {{Биофото|Betula_lenta_-_Köhler–s_Medizinal-Pflanzen-021.jpg|left|ш=250|Ҡайын <br /> {{Бот.илл.|1}}|color=lightgreen}}
Ҡайын [[төнъяҡ]] ярымшарҙа таралған.
==Ҡайынды ҡулланыу==
Үҙағасы мебель сәнәғәтендә, яғыулыҡ итеп һәм активлаштырылған күмер алыу өсөн, йәш ботаҡтары миндек һәм һепертке әҙерләү өсөн ҡулланыла. Япраҡтары, бөрөләре, дегете медицинала файҙаланыла, ҡайын һутын поливитаминлы эсемлек итеп ҡулланалар.
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
|