Лексика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Лексика''' — (гр. lexikos – һүҙгә ҡағылышлы), телдең йәки уның айырым ҡатламының һ…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Лексика''' — (гр. lexikos – һүҙгә ҡағылышлы), телдең йәки уның айырым ҡатламының һүҙҙәр йыйылмаһы.
 
==Үҙенсәлеге==
Ысынбарлыҡ менән туранан‑тура бәйләнеше, телдә аралашыусыларҙың йәш, һөнәр, социоль, биләмә һ.б. күрһәткестәрен, йәмғиәт тормошоноң төрлө күренештәрен яҡтырта алыу һәләте лексика төп үҙенсәлеге булып тора. Ул үҙгәреүсән: телдең тарихи үҫеше процесында лексика берәмектәренең стилистик, функциональ, семантик үҙенсәлектәре һәм ярашлығы үҙгәрә.
 
==Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы==
Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы башҡа төрки телдәр лексик берәмектәренең структур үҙенсәлектәренән айырылып торған һәм төрлө төркөм һүҙҙәре менән берләштерелгән ҡатмарлы система булып тора. Башҡ. Л. нигеҙендә дөйөм төрки һүҙҙәре ята, уларҙың күбеһе үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һаҡлап ҡалған; ш. уҡ фольклор һәм этнография төшөнсәләрен, хайуандар һәм үҫемлектәр атамаларын һ.б. аңлатҡан төп башҡ. һүҙҙәрен айырып күрһәтәләр; үҙләштерелгән һүҙҙәр айырым ҡатлам булып тора. Дөйөм төрки һәм төп башҡ. һүҙҙәре Л. 60% тәшкил итә, үҙләштерелгән һүҙҙәр — яҡынса 40%. Л. фразеологизмдар (ҡара: Фразеология) айырым урын алып тора.
 
==Актив һәм пассив лексика==
Ошо ике төргә айыралар: актив лексика сағыштырмаса тотороҡло, һүҙьяһалышта әүҙем ҡаитнашҡан, стилистик яҡтан нейтраль һәм көндәлек аралашыуҙа айырыуса йыш ҡулланылған берәмектәрҙән тора; пассив Л. ҡулланыу сфераһы (башҡорт теленең диалекттарындағы һүҙҙәр, профессионализмдар, терминология һ.б.), стилистик дифференциация (ҡара: Функциональ стилдәр), телдең тарихи үҫеш шарттары (иҫкергән һүҙҙәр, неологизмдар һ.б.) һ.б. м‑н сикләнгән.
 
Лексика лексикологияның, ономасиологияның, семасиологияның, социолингвистиканың, этимологияның һ.б. өйрәнеү объекты булып тора. Башҡорт лексикаһы структур һәм семантик үҙгәрештәрен асыҡлауҙа диалектология буйынса тикшеренеүҙәр ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙлектәр лексиканы теркәүҙең төп сараһы булып тора.
 
==Әҙәбиәт==
* Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лексика» битенән алынған