Чжу Си: өлгөләр араһындағы айырма

104 байт алынған ,  10 лет назад
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
48 юл:
1179—83 йылдарҙа Нанькан өлкәһе башлығы (Цзянси провинцияһы) Чжу Си Ҡытайҙа танылыу яулаған Бай-лу дун мәктәбен барлыҡҡа килтерә [[Аҡ болан мәмерйәһе|«Аҡ болан мәмерйәһе»]] ([[:en:White Deer Grotto Academy]])<ref name="BSE_3" />.
 
Артабан бер нисә тапҡыр, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, хакимиәттә юғары вазифаларға тәғәйенләнә. Чжу Си сәйәсәттә ул саҡтағы Ҡытайҙың төп дошманы  — чжурчжән дәүләте Цзингә ҡарата бик тиҫкәре ҡарашта була. Был иһә хакимдарҙың һуғышсан күршеһе менән һыйышып йәшәү ынтылышына ҡаршы килә. Һөҙөмтәлә Чжу Си хакимиәттә 9 йыл, 46 көн һарайҙа лектор булып эшләп ҡала. 1195 йылда, императорға тәнҡитле доклад яҙыуының эҙемтәләрен һиҙенеп, күрәҙәлек ҡыла. Дунь (Ҡасыу) тигән гексаграмма төшә — һуңғараҡ быны ул псевдоним итеп ала — Дунь-вэн (Ҡасҡын ҡарт)<ref>[https: name="Dukhovnaya_kultura_Kitaya_Filosofiya_2006" //ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
Йыш ҡына отставкала булыу сәбәпле, ул фәҡирлектә йәшәй һәм конфуцийсылар өсөн түбәнселек һаналған китап нәшер итеү менән аҡса эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул ошо рәүешле үҙ идеяларының таралыуына өлгәшә. Чжу Си бик емешле авторҙарҙың береһе була. Ул 80-ләп әҫәр яҙа, 2 меңләп хаты ҡала, ә яҙып алынған диалогтары 140 бүлектән тора һәм ҡытай әҙәбиәтендә иң күләмле тип һанала. ОУның 467 уҡыусыһы була — яңы конфуцийсыларҙың барыһынан да күберәк! Ул иң күп уҡыу йорттары асҡан кеше һәм 21 академия эшендә ҡатнашҡан. Чжу Си тоҡомдарына һанһыҙ каллиграфик яҙма ҡалдыра, ә үҙен бик күп рәссамдар ҡағыҙҙа һәм ташта һынландырып ҡалдырған <ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.