Чжу Си: өлгөләр араһындағы айырма

141 байт алынған ,  10 лет назад
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
41 юл:
Беренсе тапҡыр Чжу Си Тунъань өйәҙенә эшкә тәғәйенләнә (1151—1158). Ул һалым йыйыу тәртибендә һәм полицияла үҙгәрештәр индерә, китапхана менән мәктәптең эшен яҡшырта, унда яңыса йолалар үткәртә башлай [2]. Чжу Си 26 йәшендә халыҡтың ҙур ихтирамына лайыҡ була һәм хатта урындағы мәктәптә уға бағышланған алтарь асалар<ref> Кобзев А.И. Чжу Си // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т.. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. Философия. — С. 593-596.</ref>.
 
33 йәшендә Чжу Сины император тәүге тапҡыр ҡабул итә һәм хәрби академияның профессоры итеп тәғәйенләй, әммә ике йылдан ул был эшенән китә. Хакимиәт әһелдәре уны дәүләт хеҙмәтенә ылыҡтырырға тырышп ҡараһалар ҙа, ул ғилми, әҙәби һәм педагогик хеҙмәткә өҫтөнлөк бирә.<ref>Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013</ref>.
 
Чжу Сиға аҡыл эйәһе Ли Тун бик ҙур йоғонто яһай. Уның менән Тунъангә киткәнсә үк танышҡан булалар. 1158 йылда ул Ли Тунға яңынан килә һәм 1160 йылда бер нисә ай һабаҡ алып ята<ref>Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013</ref>. Ли Тун Чэн Хао һәм Чэн И тигән ғалимдар менән фекерҙәш була (шуға күрә Чжу Си барлыҡҡа килтергән аҡыл эйәһелек йүнәлеше Чэн-Чжу тип тә йөрөтөлә).
 
14 йыл отставкала булғандан һуң 1178 йылда Чжу Си дәүләт хеҙмәтенә ҡайта.
1179—83 йылдарҙа Нанькан өлкәһе башлығы (Цзянси провинцияһы) Чжу Си Ҡытайҙа танылыу яулаған Бай-лу дун мәктәбен барлыҡҡа килтерә [[Аҡ болан мәмерйәһе|«Аҡ болан мәмерйәһе»]] ([[:en:White Deer Grotto Academy]])<ref>[https: name="BSE_3" //ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
Артабан бер нисә тапҡыр, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, хакимиәттә юғары вазифаларға тәғәйенләнә. Чжу Си сәйәсәттә ул саҡтағы Ҡытайҙың төп дошманы  — чжурчжән дәүләте Цзингә ҡарата бик тиҫкәре ҡарашта була. Был иһә хакимдарҙың һуғышсан күршеһе менән һыйышып йәшәү ынтылышына ҡаршы килә. Һөҙөмтәлә Чжу Си хакимиәттә 9 йыл, 46 көн һарайҙа лектор булып эшләп ҡала. 1195 йылда, императорға тәнҡитле доклад яҙыуының эҙемтәләрен һиҙенеп, күрәҙәлек ҡыла. Дунь (Ҡасыу) тигән гексаграмма төшә — һуңғараҡ быны ул псевдоним итеп ала — Дунь-вэн (Ҡасҡын ҡарт)<ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.