Чжу Си: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
43 юл:
33 йәшендә Чжу Сины император тәүге тапҡыр ҡабул итә һәм хәрби академияның профессоры итеп тәғәйенләй, әммә ике йылдан ул был эшенән китә. Хакимиәт әһелдәре уны дәүләт хеҙмәтенә ылыҡтырырға тырышп ҡараһалар ҙа, ул ғилми, әҙәби һәм педагогик хеҙмәткә өҫтөнлөк бирә.<ref>Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013</ref>.
 
Чжу Сиға аҡыл эйәһе Ли Тун бик ҙур йоғонто яһай. Уның менән Тунъангә киткәнсә үк танышҡан булалар. 1158 йылда ул Ли Тунға яңынан килә һәм 1160 йылда бер нисә ай һабаҡ алып ята<ref>Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013</ref>. Ли Тун Чэн Хао һәм Чэн И тигән ғалимдар менән фекерҙәш була (шуға күрә Чжу Си барлыҡҡа килтергән аҡыл эйәһелек йүнәлеше Чэн-Чжу тип тә йөрөтөлә).
 
14 йыл отставкала булғандан һуң 1178 йылда Чжу Си дәүләт хеҙмәтенә ҡайта.
1179—83 йылдарҙа Нанькан өлкәһе башлығы (Цзянси провинцияһы) Чжу Си Ҡытайҙа танылыу яулаған Бай-лу дун мәктәбен барлыҡҡа килтерә(({{Нп5| [[Аҡ болан мәмерйәһе|«Аҡ болан мәмерйәһе»|]] ([[:en|:White Deer Grotto Academy}})]])<ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
Артабан бер нисә тапҡыр, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, хакимиәттә юғары вазифаларға тәғәйенләнә. Чжу Си сәйәсәттә ул саҡтағы Ҡытайҙың төп дошманы  — чжурчжән дәүләте Цзингә ҡарата бик тиҫкәре ҡарашта була. Был иһә хакимдарҙың һуғышсан күршеһе менән һыйышып йәшәү ынтылышына ҡаршы килә. Һөҙөмтәлә Чжу Си хакимиәттә 9 йыл, 46 көн һарайҙа лектор булып эшләп ҡала. 1195 йылда, императорға тәнҡитле доклад яҙыуының эҙемтәләрен һиҙенеп, күрәҙәлек ҡыла. Дунь (Ҡасыу) тигән гексаграмма төшә — һуңғараҡ быны ул псевдоним итеп ала - Дунь-вэн (Ҡасҡын ҡарт)<ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
Йыш ҡына отставкала булыу сәбәпле, ул фәҡирлектә йәшәй һәм конфуцийсылар өсөн түбәнселек һаналған китап нәшер итеү менән аҡса эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул ошо рәүешле үҙ идеяларының таралыуына өлгәшә. Чжу Си бик емешле авторҙарҙың береһе була. Ул 80-ләп әҫәр яҙа, 2 меңләп хаты ҡала, ә яҙып алынған диалогтары 140 бүлектән тора һәм ҡытай әҙәбиәтендә иң күләмле тип һанала. ОУның 467 уҡыусыһы була — яңы конфуцийсыларҙың барыһынан да күберәк! Ул иң күп уҡыу йорттары асҡан кеше һәм 21 академия эшендә ҡатнашҡан. Чжу Си тоҡомдарына һанһыҙ каллиграфик яҙма ҡалдыра, ә үҙен бик күп рәссамдар ҡағыҙҙа һәм ташта һынландырып ҡалдырған <ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
55 юл:
 
Чжу Си 1200 йылдың 23 апрелендә Фуцзянь провинцияһының Каотинь төбәгендә вафат була<ref>Чжу Си // Энциклопедия Кругосвет.</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Чжу_Си» битенән алынған