Чжу Си: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
30 юл:
}}
 
'''Чжу Си''' ( ябай. 朱熹, пиньинь: Zhū Xī, шулай уҡ Чжу Юаньхуэй, Чжу Чжунхуэй, Чжу Хуэйань тигән исемдәре лә бар; 1130—1200) — ҡытай философы, ғалим-энциклопедист, әҙиб, текстолог һәм Конфуцийҙың ҡануни әҫәрҙәренә аңлатма биреүсе, педагог,яңы кофуцианлыҡ тың төп вәкиле. Ул был тәғлимәтте универсаль һәм системалы ҡалыпҡа һалғас, тәғлимәт [[Ҡытай]]ҙа һәм күрше илдәрҙә, бигерәк тә [[Япония]] менән [[Корея]]ла, ортодоксаль идеологияға әүерелә<ref>Dukhovnaya_kultura_Kitaya_Filosofiya_2006" </ref>.
 
== Биографияһы ==
1130 йылдың 18 октябрендә Юси өйәҙе (Фуцзянь провинцияһы) аҡыл эйәләре ғаиләһендә донъяға килә. Олатаһы Чжу Си,бай булмаған ғалим-конфуцийсы, балаларын уҡыуға һәм камиллашыуға әүәҫләндерә, «биш быуын буйы Конфуций иманын һеңдереп үҫкән нәҫелдә» даһи берәү донъяға киләсәген юрай.
 
Чжу Синың атаһы Чжу Сун 21 йәшендә, 1118 йылда, иң юғары ғилми дәрәжәгә (цзиньши) эйә була. Баш ҡалала хеҙмәттә сағында Төньяҡ Сундың баш һалыуы шаһиты була, ил башының яҡындары менән Көняҡҡа күсенә һәм Цзинь менән солох төҙөүгә ҡаршы сыға (1141): Шуның өсөн Цинь Гуй уны хеҙмәттән сығара һәм бик бәләкәй вазифа менән төпкөлгә һөргөнгә ебәрә. Ул шунда үлеп ҡала.
 
Чжу Си үҙе иһә бала саҡтан һәләтлелеге менән айырылып тора һәм 4 йәшенән үк әсәһе күҙәтеүе аҫтында классик белем ала башлай. Хакимиәттә етәксе вазифаһында эшләргә хоҡуҡ биргән цзиньши дәрәжәһенә ул 18 йәшендә үк эйә була (ул саҡта бындай дәрәжәгә уртаса 35-тә генә өлгәшә алғандар)<ref> Кобзев А.И. Чжу Си // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т.. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. Философия. — С. 593-596.</ref>.
 
Беренсе тапҡыр Чжу Си Тунъань өйәҙенә эшкә тәғәйенләнә (1151—1158). Ул һалым йыйыу тәртибендә һәм полицияла үҙгәрештәр индерә, китапхана менән мәктәптең эшен яҡшырта, унда яңыса йолалар үткәртә башлай [2]. Чжу Си 26 йәшендә халыҡтың ҙур ихтирамына лайыҡ була һәм хатта урындағы мәктәптә уға бағышланған алтарь асалар<ref> Кобзев А.И. Чжу Си // Духовная культура Китая: энциклопедия: в 5 т.. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 2006. — Т. 1. Философия. — С. 593-596.</ref>.
 
33 йәшендә Чжу Сины император тәүге тапҡыр ҡабул итә һәм хәрби академияның профессоры итеп тәғәйенләй, әммә ике йылдан ул был эшенән китә. Хакимиәт әһелдәре уны дәүләт хеҙмәтенә ылыҡтырырға тырышп ҡараһалар ҙа, ул ғилми, әҙәби һәм педагогик хеҙмәткә өҫтөнлөк бирә.<ref>Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013</ref>.
 
Чжу Сиға аҡыл эйәһе Ли Тун бик ҙур йоғонто яһай. Уның менән Тунъангә киткәнсә үк танышҡан булалар. 1158 йылда ул Ли Тунға яңынан килә һәм 1160 йылда бер нисә ай һабаҡ алып ята<ref>Encyclopædia Britannica Online, s. v. "Zhu-Xi", accessed May 17, 2013</ref>. Ли Тун Чэн Хао һәм Чэн И тигән ғалимдар менән фекерҙәш була(шуға күрә Чжу Си барлыҡҡа килтергән аҡыл эйәһелек йүнәлеше Чэн-Чжу тип тә йөрөтөлә).
 
14 йыл отставкала булғандан һуң 1178 йылда Чжу Си дәүләт хеҙмәтенә ҡайта.
1179—83 йылдарҙа Нанькан өлкәһе башлығы (Цзянси провинцияһы) Чжу Си Ҡытайҙа танылыу яулаған Бай-лу дун мәктәбен барлыҡҡа килтерә(({{Нп5|Аҡ болан мәмерйәһе|«Аҡ болан мәмерйәһе»|en|White Deer Grotto Academy}}))<ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>
 
Артабан бер нисә тапҡыр, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, хакимиәттә юғары вазифаларға тәғәйенләнә. Чжу Си сәйәсәттә ул саҡтағы Ҡытайҙың төп дошманы  — чжурчжән дәүләте Цзингә ҡарата бик тиҫкәре ҡарашта була. Был иһә хакимдарҙың һуғышсан күршеһе менән һыйышып йәшәү ынтылышына ҡаршы килә. Һөҙөмтәлә Чжу Си хакимиәттә 9 йыл, 46 көн һарайҙа лектор булып эшләп ҡала. 1195 йылда, императорға тәнҡитле доклад яҙыуының эҙемтәләрен һиҙенеп, күрәҙәлек ҡыла. Дунь (Ҡасыу) тигән гексаграмма төшә — һуңғараҡ быны ул псевдоним итеп ала - Дунь-вэн (Ҡасҡын ҡарт)<ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
Йыш ҡына отставкала булыу сәбәпле, ул фәҡирлектә йәшәй һәм конфуцийсылар өсөн түбәнселек һаналған китап нәшер итеү менән аҡса эшләй. Шул уҡ ваҡытта ул ошо рәүешле үҙ идеяларының таралыуына өлгәшә. Чжу Си бик емешле авторҙарҙың береһе була. Ул 80-ләп әҫәр яҙа, 2 меңләп хаты ҡала, ә яҙып алынған диалогтары 140 бүлектән тора һәм ҡытай әҙәбиәтендә иң күләмле тип һанала. ОУның 467 уҡыусыһы була — яңы конфуцийсыларҙың барыһынан да күберәк! Ул иң күп уҡыу йорттары асҡан кеше һәм 21 академия эшендә ҡатнашҡан. Чжу Си тоҡомдарына һанһыҙ каллиграфик яҙма ҡалдыра, ә үҙен бик күп рәссамдар ҡағыҙҙа һәм ташта һынландырып ҡалдырған <ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
1196 Чжу Синың үҙен бойондороҡһоҙ тотоуы, атап әйткәндә, бер юғары чиновникты ҡабул иткәндә йоласа меню булмауы өсөн, фәйләсуфты тиҫтәләрсә енәйәттә ғәйепләүгә килтерә: уны императорға хөрмәт күрһәтмәүҙә һәм төрлө фетнәсел фекерҙәр таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә уның бар дәрәжәләрен юҡҡа сығаралар, ә тәғлимәтен тыялар. Әммә 1199 йылда, вафатына 1 йыл ҡала, Чжу Си аҡланыла, 1209 йылда, үлгәндән һуң, Вэнь (Мәҙәниәт)тигән юғары исем бирелә. 1230 йылда Һуй-го-гун (держава кенәзе)титулы бирәләр, 1241 йылда бөйөк конфуцийсылар иҫәбенә индерәләр һәм Конфуций ҡорамында исемле таҡта ҡуялар<ref>[https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D0%BE%D0%B1%D0%B7%D0%B5%D0%B2,_%D0%90%D1%80%D1%82%D1%91%D0%BC_%D0%98%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%B8%D1%87]</ref>.
 
Чжу Си 1200 йылдың 23 апрелендә Фуцзянь провинцияһының Каотинь төбәгендә вафат була<ref>Чжу Си // Энциклопедия Кругосвет.</ref>.
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Чжу_Си» битенән алынған