Бүләков Динис Мөҙәрис улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
викилаштырҙым
6 юл:
|Имя при рождении = Бүләков Динис Мөҙәрис улы
|Дата рождения = 18.05.1944
|Место рождения = {{Башҡортостандың МестоРождения|Мәләүез районы|Мәләүез Арыҫлан ауылырайонында}} [[Арыҫлан (Мәләүез районы)|Арыҫлан]] ауылында
|Дата смерти =
|Место смерти =
27 юл:
 
1960 — 1964 йылдарҙа Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлай. [[Бәләбәй районы|Бәләбәй]], [[Бишбүләк районы|Бишбүләк]], [[Йәрмәкәй районы|Йәрмәкәй райондары]] өсөн сығарылған «Еңеү байрағы» гәзите редакцияһында эшләй. 1965 йылда һалдатҡа алына. Армиянан ҡайтаһы йылында Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. 1968—1974 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Ағиҙел» журналында әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире була. 1977—1986 йылдарҙа «Пионер» журналының баш мөхәррире.
 
1986 йылдан — телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса Дәүләт комитеты рәйесе.
1988—1995 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе. Был йылдарҙа үҙен оҫта ойоштороусы, йәмәғәтсе, күренекле яҙыусы итеп таныта.
Д. Бүләков әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына башлай. Урта мәктәптә һәм техникумда уҡығанда, әҫәрҙәрен баҫтыра. «Ҡояш ярсығы» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1971 йылда баҫылып сыға. Уның хикәйәләренең төп геройҙары — беҙҙең замандаштар, йәш энтузиастар. Ул үҙенең геройҙарының эске донъяһын, психологик уй-тойғоларын мауыҡтырғыс тормош ваҡиғаларында һүрәтләй белә. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Һары һандуғас балаһы», «Аҡбуҙ алышҡа сыға» китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә һәләтле прозаиктың әҙәби оҫталығы үҫә һәм камиллаша барыуын асыҡ билдәләп була. Яҙыусы эпик хикәйәләү алымдарын уңышлы үҙләштерә һәм мауыҡтырғыс образдар тыуҙыра. Әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа яҙыусының ижад офоҡтары киңәйә, ҡәләме үткерләшә килде.
Динис Бүләков 90-сы йылдарҙа башҡорт романистары сафында ныҡлы урын алды. 1988 йылда донъя күргән «Килмешәк», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдары ҡырҡыу замана проблемаларына арналыуы менән әһәмиәтле.