Мәҡәл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр тигән мәҡәлә бар, бәлки берләштерергә кәрәктер?
 
7 юл:
'''Мәҡәлдәр''' - һүҙ сәнғәтенең аҫыл өлгөләре. Уларҙың гүзәллеге, күркәмлеге һәм йыйнаҡлығы, тапҡырлығы кешеләрҙең күңелендә мәңге һаҡланыуына сәбәпсе булып тора. Шуға аралашыу барышында, һүҙ ыңғайы тура килгәндә, алдан бер ниндәй әҙерлекһеҙ башҡа һүҙҙәр менән бер рәттән ҡапылдан бик урынлы ҡулланылалар. Үтә тапҡырлығы, ҡыҫҡалығы менән мәҡәлдәр башҡа жанрҙарҙан айырылалар ҙа инде.
 
Мәҡәл борон-борондан тормошта осрай торған төрлө күренештәрҙе художестволы һынландырып сағылдырған. Шуға күрә халыҡтың күңелендә мәҡәлдең нығынып ҡалыуының төп сәбәптәренең береһе - уның художестволылығы йәки күркәмлеге, тапҡырлығы, кинәйәнең көслө булыуы...
 
Мәҡәлдәрҙә тормош [[фәлсәфә]]һе сағылып ҡалған. Быуындан быуынға тапшырыла килгән күҙәтеүҙәр, тәжрибә ярҙамында халыҡ үҙен уратып алған тирә-йүндең, күренештәрҙең, хәл-ваҡиғалар сылбырының төп үҙенсәлектәренә, уларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән булыуына төшөнә барған. ''"Барҙан юҡ булмай", "Таштан йүкә һуйылмай". "Әтәс ҡысҡырмаһа ла, таң ата", "Үлемһеҙ донъя юҡ, кисеүһеҙ йылға юҡ"'' кеүек мәҡәлдәр бының асыҡ миҫалы була ала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мәҡәл» битенән алынған