Кәбеҫтә күбәләге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
27 юл:
{{Мәғәнәләре|Кәбеҫтә күбәләге}}
 
'''Кәбеҫтә күбәләге''' — күбәләктәр отрядының аҡ күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.
== Биологик ҡылыҡһырлама ==
Ҡанаттарының ҡоласы 5,5—6,0 см, өҫ яғы аҡ, алғы ҡанаттарының осонда ураҡ рәүешендәге ҡара ҡайма бар, аҫ яғы йәшкелт һары төҫтә. Инә күбәләктең алғы ҡанаты 2 йомро ҡара таплы (ата күбәләктең аҫ яҡтан ғына). Йомортҡалары һары, ҡырлы, кегля формаһында, әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙеңяпрағынаһала. Ҡарышлауығының оҙонлоғо 4—4,5 см, һорғолт йәшел, һары һыҙатлы һәм ҡара таплы, йәш ҡарышлауыҡтар — япраҡтың аҫ яғында, өлкәндәре өҫ яғында урынлаша.
== Таралышы ==
Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған.
Ағаста, ҡыуаҡта, кәртәлә, йорт стенаһында көпһөҙ ҡурсаҡлана. Ҡурсағының оҙонлоғо 2,3—2,5 см, йәшкелт һары, арҡаһы һәм ян‑яғы ҡара таплы.
 
== Башҡортостанда ==
БР шарттарында йылына 3 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләк яҙ көнө сыға, көндөҙ әүҙем; сәскәле үҫемлектәрҙеңнектары, ҡарышлауығы әүернә һымаҡтарҙың япрағы менән туҡлана. Бөтә республикала осрай.