Ҡазан даруғаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ҡазан даруғаһы — 16 быуат аҙағында Өфө өйәҙе, 18 быуат башында [[Өфө провинцияһы]…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Ҡазан даруғаһы — 16 быуат аҙағында Өфө өйәҙе, 18 быуат башында [[Өфө провинцияһы]], [[1744]] йылдан [[Ырымбур губернаһы]] составына ингән. 17 быуат аҙағында төньяҡ-көнсығышта [[Уҫы даруғаһы]], көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта [[Ҡазан өйәҙе]] менән сиктәш була. 1725—26 йылдарҙа [[Ҡаҙан даруғаһы]] 12 башҡорт улусы (7,8 меңдән ашыу хужалыҡ), 1775 йылда 18 улус ([[Байлар]], [[Бүләр]], [[Гәрә]], [[Дыуанай]], [[Йылан]], [[Йәлдәк]], [[Йәнәй]], [[Ҡаңлы]], [[Ҡаршын]], [[Ҡыпсаҡ]], [[Ҡырғыҙ]], [[Ҡыр-Йылан]], [[Надир]], [[Ҫарылы-Мең]], [[Урман-Гәрә]],[[ Һеңрән]], [[Шәмшәҙе]], [[Юрмый]]) ингән. Өйәҙҙәргә бүленгәндән һуң 1781 йылдан Ҡазан даруғаһы Боғорослан өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Бөрө өйәҙенең бер өлөшө, Бәләбәй өйәҙе, Сергиевск өйәҙенең бер өлөшө ойошторола. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Ҡазан даруғаһы тамам бөтөрөлә.
 
[[Категория:Тарихи Башҡортостан ]]