Ҡаҙаҡ теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Addbot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating 97 interwiki links, now provided by Wikidata on d:q9252 (translate me)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
}}
 
'''Ҡаҙаҡ теле''' – [[Ҡаҙаҡтар|ҡаҙаҡ]] халҡының милли теле, [[Ҡаҙағстан]] Республикаһының дәүләт теле. [[ТөркиШулай телдәре|Төркиуҡ телдәренең]]Ҡаҙағстан ҡыпсаҡменән төркөмөнөңкүрше ҡыпсаҡ-нуғайбулған төркөмсәһенәРФ ҡарайөлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Пакистанда, Төркиәлә һ.б. таралған
[[Төрки телдәре|Төрки телдәренең]] ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһенә ҡарай.
Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә.
 
==Ҡаҙаҡ теле донъя кимәлендә==
Донъяла ҡаҙаҡ телендә һөйләшеүселәр һаны 11 млн ашыу кеше ; БР‑ҙа 4 меңдән ашыу (2010). Ҡарағалпаҡ теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Әҙәби ҡаҙаҡ теле 16 быуатта үҫешә башлай, ҡаҙаҡ йәнле һөйләү теле һәм Урта Азия төрки теленигеҙендә 19 б. 2‑се ярт. тулыһынса формалаша. Ҡ.т. аныҡ ҡына диалект бүленеше юҡ;
 
==Һөйләштәре==
 
Ҡаҙағстанда 4 һөйләш төркөмөн айырып йөрөтәләр: көнсығыш, көнбайыш, үҙәк‑төньяҡ һәм көньяҡ. Ҡ.т. фонетикаһы өсөн, башҡорт телендәге кеүек үк, палаталь гармония хас, сағ.: ҡаҙаҡса “жасушыларымыз” – башҡортса “яҙыусыларыбыҙ”; [с] һәм [ж] тартынҡылары башҡ. телендәге [ш] һәм [й] тартынҡыларына тура килә, сағ.: ҡаҙаҡса “бас” ба[с] – башҡортса “баш” ба[ш]; “жакшы” [ж]акшы – “яҡшы” [йа]ҡшы һ.б. Ҡайһы бер ғәрәп һәм фарсы сығанаҡлы һүҙ яһаусы аффикстар (‑кар/‑кер, ‑ғар/‑гер, ‑кор, ‑паз һ.б.) төрки сығанаҡлы нигеҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр яһауҙа ҡулланыла: “iскер” (эшлекле), “арбакеш” (ылаусы), “бiлiмпаз” (ғалим) һ.б.
 
==Морфологияһы==
Морфологияла башҡорт телендәге бергәлек, ниәт-маҡсат һәм ҡорал мәғәнәләрен белдереүсе “менән” бәйләүесе ‑мен/‑пен һәм ‑менен/‑пенен аффикстары аша бирелә, улар параллель ҡулланыла, сағ.: ҡаҙаҡса “атпенен” һәм “атпен” – башҡортса “ат менән”, “менiменен” һәм “менiмен” – “минең менән”. Юҡлыҡ формалары башҡ. телендәге “түгел” модаль һүҙенә тура килгән “емес” киҫәксәһе м‑н бирелә, сағ.: ҡаҙаҡса “кәрi емес” – башҡортса “ҡарт түгел” һ.б.
 
==Һүҙлек составы==
Ҡ.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп теленән, иран теленән, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксиста сифат ҡылым, хәл ҡылым м‑н төҙөлгән конструкциялар киң ҡулланыла. 1929 й. тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, 1929 й. алып латиницала, 1940 й. кириллицала башҡарыла. Хәҙ. ҡаҙаҡ алфавиты 42 хәрефтән тора.
 
==Әҙәбиәт==
*Кайдаров А.Т. Казахский язык //Языки мира. Тюркские языки. Бишкек, 1997.
 
{{башланғыс}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаҙаҡ_теле» битенән алынған