Лазер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
Актив мөхит төрө буйынса — газлы, шыйыҡ, ҡаты есемле (ярым үткәргесле һәм ирекле электрондарҙа), эшләү режимы буйынса — өҙлөкһөҙ һәм импульслы, генерация тулҡынының оҙонлоғо буйынсаса күҙгә күренгән һәм инфраҡыҙыл диапазондағы лазерҙарға айыралар
 
== Тәьҫир итеү принцибы==
Ғәҙәти оптик нурланыш сығанаҡтарынан сыҡҡан нурланыш параметрҙары (когерентлыҡ, монохроматлыҡ һ.б.), эшләү принцибы (эш башҡарыусы мөхиттең тултырыу инверсияһын тыуҙырыуға нигеҙләнгән) һәм төҙөлөшө (актив элемент, ҡыҫыу системаһы һәм 2 айырыуса ныҡ сағылдырған көҙгөнән — уларҙың береһе ярым үтә күренеүсән — торған оптик резонаторы бар) м‑н айырыла. Л. физикала, химияла, биологияла, медицинала, электронлы, шул иҫәптән хәрби, техникала , автомобиль сәнәғәтендә, караптар, машиналар эшләүҙә , элемтәлә һ.б. ҡулланыла. 20 б. 70‑се йылдарҙа.
 
==Башҡортостанда лазерға тикшеренеү эштәре==
Башҡорт дәүләт университетының лазер тикшеренеүҙәре лабораторияһында лазер яһау һәм ғәмәлгә индереү буйынса эштәр башлана. Алюмоиттрийлы гранат кристалы нигеҙендә эрбий иондары (3 микронлы Л.) ҡатыштырылған, полярлаштырылған сығарыу урыны булған наносекундлы лазер тәжрибә экземпляры, неодим иондары ҡатышмаһы булған алюмоиттрий гранаты кристалы нигеҙендәге махсус тәғәйенләнешле лазер (А.Ғ.Аҡманов, А.М.Вальшин, Б.Ғ.Шакиров, Ә.Ғ.Ямалетдинов) һ.б.; тиҫкәре кире бәйләнешле микросекундлы лазер тәжрибә экземплярҙары 1986—88 йй. СССР ФА‑ның Йыһан тикшеренеүҙәре ин‑тында (Мәскәү) индерелә, квазиөҙлөкһөҙ Л. — резисторҙарҙы яраҡлаштырыу һәм ҡалын плёнкалы гибрид интеграль схемаларҙы көйләү өсөн 1989 й. С.М.Киров ис. Башҡортостан ҒПБ‑нда , “Квант‑М” ҡулайламаһы составында гибрид интеграль схемаларҙың керамик плиталарын тәрән итеп сыймаҡлау өсөн 1989—91 йй. Өфө “Полигон” ААЙ ҒПП‑нда индерелә. ӨДАТУ‑ла С.Т.Күсемов етәкс. ҡеүәтле Л. нурланышының параметрҙарына идара итеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә.
==Шулай уҡ ҡара ==
* Оптик элемтә
* Лазер технологиялары
* Алыҫлыҡты үлсәгес
* Микроэлектроника)ҡара: “БЭТО”)
== Иҫкәрмәләр ==
{{reflist|2|height=200}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лазер» битенән алынған