Балалар йорттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
 
 
==Рәсәй балалар йорттары арихы==
==Тарихы==
[[Файл:St. Nicholas Orphanage.jpg|thumb|Детский дом «Приют [[Николай Чудотворец|св. Николая]]» в [[Новосибирск]]е]]
[[File:Детский дом музыкально-художественного воспитания им. Н.Н. Винокуровой.JPG|thumb|Детский дом музыкально-художественного воспитания им. Н.Н. Винокуровой в [[Ярославль|Ярославле]]]]
Рәсәйҙә 18 быуат башынан етем балалар Патриарх приказы эргәһендәге балалар приюттарында, тәрбиә йорттарында һ.б. дәүләт учреждениеларында тәрбиәләнә. Дини, хәйриә ойошмалары башланғысы м‑н шәхси учреждениелар ҙа барлыҡҡа килә. 19 быуат башында дәүләт етем балалар учреждениелары, нигеҙҙә, губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказдарына һәм Императрица Мария учреждениелары ведомствоһына буйһона, 1860‑сы йылдарҙың уртаһынан земствоға тапшырыла. Совет власының тәүге йылдарында балалар учреждениеларының төрлө типтары асыла: балалар йорттары, мәктәп-коммуналар, хеҙмәт колониялары, балалар усаҡтары, ябай приёмниктар һ.б. 1918 йылғы революцияға тиклемге һәм яңы етем балалар учреждениеларының бөтәһе лә Балалар йорттарына үҙгәртелә һәм социаль тәьминәт органдарына, 1919 йылдан хөкүмәт (Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау ХК), партия һәм йәмәғәт структуралары ҡарамағына тапшырыла; ҡайһы бер учреждениелар Эске эштәр ХК‑на буйһона. Шефлыҡ институты ойошторола — предприятиелар, хәрби частар, хеҙмәткәрҙәр коллективтары ярҙам итеү өсөн балалар йорттары беркетелә. 1930‑сы йылдарҙа улар мәктәп һәм мәктәпкәсә; нормаль, ауыр тәрбиәләнеүсе һәм кәмселектәре булған балалар өсөн; милләт буйыса балалар йорттарына бүленә; мәктәптәр менән берләштереү ғәмәлгә инә. Сәйәси репрессиялар һәм Бөйөк Ватан һуғышы балалар йорттары һанының артыуына килтерә. СССР ХКС‑ының “Ата‑әсәһеҙ ҡалған балаларҙы урынлаштырыу тураһында” (1942) ҡарарына ярашлы балалар йорттары өҫтәмә селтәре булдырыла. Граждандарҙың опека һәм патронат формаһында етемдәрҙе тәрбиәләүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге була. 1956 йылда балалар йорттары күпселеге мәктәп-интернаттарға үҙгәртеп ҡорола. Һуңынан тәжрибә балалар йорттары күпкә асығыраҡ тәрбиә формаһы булараҡ өҫтөнлөгөн күрһәтә, шуға күрә улар яңынан тергеҙелә. 80‑се йылдар аҙағында етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы матди тәьмин итеү һәм тәрбиә эшен яҡшыртыу буйынса хөкүмәт ҡарарҙары ҡабул ителә, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренә өҫтәмә матди ярҙам күрһәтеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу һәм уҡытыу буйынса саралар күрелә. 90-сы йылдар уртаһынан “Рәсәй балалары” Президент программаһы тормошҡа ашырыла башлай.
 
 
==Башҡортостандағы балалар йорттары тарихы==