Балалар йорттары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Балалар йорттары''' — етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балалар өсөн…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
 
==Ҡыҫҡаса белешмә==
Б.й. балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, уларҙы тәрбиәләү, уҡытыу, үҙ аллы тормошҡа әҙерләү мәсьәләләрен хәл итә. Балалар сабый йорттарынан, айырым шәхестәрҙән һ.б. ҡабул ителә. Балалар Б.й. 18 йәшкә тиклем йәшәй ала. Урындағы үҙидаралы ҡоргандары составындағы опека һәм попечителлек органдары тәрбиәләнеүселәрҙе уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, патронат йәки аҫрауға алыусы ғаиләләргә тапшырыу мәсьәләһен хәл итә.
 
==Балалар йорттары төрҙәре==
 
РФ-та Б.й. түбәндәге төрҙәре ҡаралған: тәрбиәләнеүселәрҙең йәше (мәктәпкәсә, мәктәп йәшендәге балалар өсөн һәм ҡатнаш), балаларҙың үҫеш үҙенсәлеге (ябай, коррекция), ҡоролошо (Б.й., Б.й.-мәктәптәр, ғаилә Б.й., балалар ауылдары) б‑са.
11 юл:
 
 
==Тарихы==
Рәсәйҙә 18 б. башынан етем балалар Патриарх приказы эргәһендәге балалар приюттарында, тәрбиә йорттарында һ.б. дәүләт учреждениеларында тәрбиәләнә. Дини, хәйриә ойошмалары башланғысы м‑н шәхси учреждениелар ҙа барлыҡҡа килә. 19 б. башында дәүләт етем балалар учреждениелары, нигеҙҙә, губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказдарына һәм Императрица Мария учреждениелары ведомствоһына буйһона, 1860‑сы йй. уртаһынан земствоға тапшырыла. Совет власының тәүге йылдарында балалар учреждениеларының төрлө типтары асыла: Б.й., мәктәп-коммуналар, хеҙмәт колониялары, балалар усаҡтары, ябай приёмниктар һ.б. 1918 й. рев‑цияға тиклемге һәм яңы етем балалар учреждениеларының бөтәһе лә Б.й. үҙгәртелә һәм соц. тәьминәт органдарына, 1919 й. хөкүмәт (Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау ХК), партия һәм йәмәғәт структуралары ҡарамағына тапшырыла; ҡайһы бер учреждениелар Эске эштәр ХК‑на буйһона. Шефлыҡ институты ойошторола — пр‑тиелар, хәрби частар, хеҙм‑рҙәр коллективтары ярҙам итеү өсөн Б.й. беркетелә. 1930‑сы йй. улар мәктәп һәм мәктәпкәсә; нормаль, ауыр тәрбиәләнеүсе һәм кәмселектәре булған балалар өсөн; милләт б‑са Б.й. бүленә; мәктәптәр м‑н берләштереү ғәмәлгә инә. Сәйәси репрессиялар һәм Бөйөк Ватан һуғышы Б.й. һанының артыуына килтерә. СССР ХКС‑ының “Ата‑әсәһеҙ ҡалған балаларҙы урынлаштырыу тураһында” (1942) ҡарарына ярашлы Б.й. өҫтәмә селтәре булдырыла. Граждандарҙың опека һәм патронат формаһында етемдәрҙе тәрбиәләүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге була. 1956 й. Б.й. күпселеге мәктәп-интернаттарға үҙгәртеп ҡорола. Һуңынан тәжрибә Б.й. күпкә асығыраҡ тәрбиә формаһы булараҡ өҫтөнлөгөн күрһәтә, шуға күрә Б.й. яңынан тергеҙелә. 80‑се йй. аҙ. етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы матди тәьмин итеү һәм тәрбиә эшен яҡшыртыу б‑са хөкүмәт ҡарарҙары ҡабул ителә, Б.й. тәрбиәләнеүселәренә өҫтәмә матди ярҙам күрһәтеү, уларҙы эшкә урынлаштырыу һәм уҡытыу б‑са саралар күрелә. 90-сы йй. уртаһынан “Рәсәй балалары” Президент программаһы тормошҡа ашырыла башлай.
 
 
==Башҡортостандағы балалар йорттары тарихы==
1748 й. Көньяҡ Уралда Ырымбур губерна канцелярияһы эргәһендә һөргөнгә ебәрелгән кешеләрҙең балалары өсөн башланғыс белем биреүсе “махсус мәктәп” асыла. Уҡыусылар казармаларҙа ҡаҙна иҫәбенә йәшәй. 18 б. аҙ. мәктәптә 21 уҡыусы уҡый. 1797 й. Ырымбур ҡ. һәм ҡайһы бер ҡәлғәләрҙә хәрби ведомство һалдат һәм казак балалары өсөн гарнизон мәктәптәрен ойоштора, улар 1798 й. хәрби етемдәр бүлексәләренә, 1827—28 йй. хәрби кантонсылар батальондарына үҙгәртелә. 19 б. Башҡортостанда етем балалар йәшәгән һәм белем алған уҡыу йорттары асыла башлай. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са, Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында етем балалар өсөн 4 хәйриә учреждениеһы, мәҫ., Дини семинария эргәһендә етем балалар йорто, ауыл ерендә приюттар, монастырҙар эргәһендә учреждениелар була (ҡара: Хәйриә). 1919 й. 23 Б.й. барлыҡҡа килә, уларҙа 1,2 мең бала тәрбиәләнә. Белорет заводы эргәһендәге ауылда 100 тәрбиәләнеүсе м‑н Петроградтан эвакуацияланған Б.й. урынлаша. 1920‑се йй. башында респ. балалар ҡарауһыҙлығын бөтөрөү б‑са көрәш йәйелдерелә. Тамъян-Ҡатай кантоны Сермән а. мәктәп-коммуна (ҡара: Сермән балалар йорто), Өфөлә Балалар йорто №1, Стәрлетамаҡ ҡ. хеҙмәт колонияһы һ.б. асыла. 1921 й. БАССР Мәғариф ХК Б.й. адм. һәм финанс эштәре м‑н шөғөлләнеүсе Соц. тәрбиә идаралығын ойоштора. 1921—22 йй. аслыҡ арҡаһында етем балалар һаны арта һәм шуға ярашлы Б.й. һаны күбәйә; йәйге айҙарҙа Өфөгә улустарҙан көн һайын йөҙәрләгән бала килә (Бәләбәй өйәҙенән генә — көнөнә 150-гә тиклем бала). 1922 й. 210 (20 меңгә яҡын бала) Б.й. иҫәпләнә, 1920‑се йй. аҙ. — яҡынса 150 (4—5 мең), 1930‑сы йй. аҙ. — 36 (4 мең бала), уларҙың 27‑һе (ш. иҫ. Өфөлә һәм Белорет ҡ. һаңғырау-телһеҙҙәр, Бөрө ҡ. һуҡырҙар өсөн мәктәп, Өфөлә һаңғырау‑телһеҙҙәр өсөн мәктәпкәсә Б.й.) Мәғариф ХК-на буйһона; 4‑һе — Һаулыҡ һаҡлау ХК-на (3‑һө Өфөлә, ш. иҫ. трахоматоз, тире-венерологик һәм имсәк балалар йорто; 1‑һе — Бөрөлә, туберкулёз); 2‑һе — Соц. тәьминәт ХК-на (Боҙаяҙҙағы аҡыл яғынан үҫешеп етмәгән һәм Бүздәктәге физик яҡтан үҫешеп етмәгән балалар өсөн); 3‑һө — Эске эштәр ХК‑на (2 колония һәм таратыусы приёмник). 5‑һе мәктәпкәсә, 20-нән ашыуы — мәктәп, 6‑һы — ҡатнаш Б.й. ҡарай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. СССР-ҙың фронт алды райондарынан балалар учреждениелары эвакуациялана. 1942 й. сент. ҡарата 15 эвакуацияланған Б.й. (2,8 мең бала), ш. иҫ. испан балалары өсөн 4 Б.й. иҫәпләнә. 1943 й. тағы 36, 1944 й. 30-ҙан ашыу Б.й. асыла; айырым шәхестәр башланғысы м‑н төҙөлгән 15 Б.й. дәүләт тәьминәтенә ҡабул ителә. 1944—45 йй. 137 Б.й. ярҙамсы хужалыҡтар ойошторола. 1945 й. 132 Б.й. (16 мең бала) эшләй, 1955 — 116 (8 мең), 1966 — 37 (4 мең), 1978 — 29 (2,5 мең), 1990 — 16 (1,2 мең), 2000 — 32 Б.й. (1,8 мең бала). 1980‑се йй. аҙағында аҙ һанлы Б.й. (100 урынға тиклем) ҡыҫҡартыу иҫәбенә Б.й. эреләтелә; ғаилә Б.й. барлыҡҡа килә. 2009 й. 29 Б.й. иҫәпләнгән (1,7 мең бала). Респ. “Башҡортостан Республикаһы балалары” Президент программаһы һ.б. эшләй.