Верхнеурал өйәҙе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Ayratayrat ВЕРХНЕУРАЛ ӨЙӘҘЕ битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Верхнеурал өйәҙе
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
<p style="text-align: justify;"><strong>ВЕРХНЕУРАЛ ӨЙӘҘЕ ( Үрге Урал өйәҙе),</strong> 1781 й. <em>Өфө наместниклы</em><em>ғ</em><em>ы</em> составында ойошторола. <em>Өйәҙгә</em> Өфө провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө инә. 1796 й. алып <em>[[Ырымбур губернаһы]]</em> составында. 1784 й. В.ө. төньяҡ өлөшө — <em>[[Троицк өйәҙе]]нә</em>, 1865 й. көнбайышы — <em>[[Өфө өйәҙе]]нә</em> һәм <em>[[Стәрлетамаҡ өйәҙе]]нә</em>, көньяғы <em>[[Орск өйәҙе]]нә</em> инә. 18 б. аҙ. төньяҡ-көнбайышта — [[Өфө өйәҙе]], төньяҡ-көнсығышта — [[Троицк өйәҙе]], көнсығышта — [[Урта ҡаҙаҡ йөҙө]], көньяҡта — <em>[[Ырымбур өйәҙе]]</em>, көнбайышта [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — [[Верхнеурал]] ҡалаһы. Майҙаны — 49962 км<sup>2</sup> (1897). Халҡы: 1795 й. — 30157 кеше (ш. иҫ. 18790 <em>[[башҡорт]]</em>), 1897 й. — 223245 ([[башҡорттар]] — 44025, <em>[[мишәрҙәр]] —</em> 2528, <em>мордвалар —</em> 2945, <em>[[татарҙар]] —</em> 12102, <em>типтәрҙәр — </em>13276, <em>урыҫ</em><em>тар — </em>146126 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 112787 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 25768, дворяндар — 869 һ.б.; мосолмандар — 56705, православие динендәгеләр — 157321 (ш. иҫ. 1129 старообрядсы) һ.б. <em>Идара итеүҙең кантон системаһы</em> индерелгәс, В.ө. терр‑яһында 6‑сы башҡ. <em>кантоны</em> ойошторола; <em>Ырымбур </em><em>сик</em><em> һыҙығының</em> 1—2‑се дистанциялары частары урынлаша. 1866 й. өйәҙ терр‑яһында 237 торама пункт, 4 <em>стан</em> була. 1890 й. — 9 <em>улус</em> (Белорет, Күбәләк-Тиләү, Ҡағы, Ҡатай, Тамъян-Түңгәүер, Типтәр-Учалы, Тирлән, Үҙән, Әүжән-Петровск) һәм 9 <em>станица</em> (Березин, Варшавка, Велико-Петровск, Верхнеурал, Ҡарағай, Ҡыҙыл, Магнит, Наследницкий, Николаевка), 1917 й. 10 улус теркәлгән. Халыҡтың төп өлөшө <em>игенселек</em> м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында <em>Белорет заводы</em>, <em>Ҡағы заводы</em>, <em>Тирлән заводы</em>, <em>Үҙән заводы</em>, Үрге<em> Әүжән-Петровск заводы </em>эшләй. 10‑ға яҡын <em>йәрминкә</em> үткәрелә. 94 мәсет, 34 сиркәү һәм 5 часовня була (1866). Өйәҙ 1919 й. бөтөрөлә, терр‑яһы <em>Тамъян-Ҡатай кантоны</em> һәм <em>Силәбе губернаһы</em> составына инә.</p>
 
1919 йылда төҙөлгән БАССР-ҙын [[Тамъян-Ҡатай кантоны]]на [[Верхнеурал өйәҙе]] ҡараған Тамъян, Ҡатай, Тәңгәүер, Күбәләк, Телеү (үҙәге – [[Ҡарағужа]]), Көҙәй (үҙәге –[[Һөйәрғол]]), Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Учалы-типтәр (үҙәге — [[Учалы (ауыл)|Учалы]]) улустары инә <ref> [http://ufagen.ru/places/uchalinskiy Троицкий уезд, Барын— и Кара—Табынские волости]</ref>. </br>