Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
227 юл:
Башҡорт яҙыуын рус графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү эше рус һәм башҡорт ғалимдары тарафынан [[Октябрь революцияһы]]на тиклем үк башланған. Рус алфавиты нигеҙендәге тәүге башҡорт алфавиты [[Букварь для башкиръ|«Букварь для башкир»]] [[1892]] йылда [[Ырымбур губернаһы]]ның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса округ инспекторы [[Василий Владимирович Катаринский]] тарафынан баҫтырыла, [[1898]] йылда әлифбаның икенсе баҫмаһы сыға. [[1907]] йылда [[Орск өйәҙенең]] рус булмаған мәктәптәренең инспекторы [[Александр Григорьевич Бессоновтың]] бер аҙ камиллаштырылған әлифбаһы («Букварь для башкир») донъя күрә.<ref name="agidel072012"/> [[Ҡазан]] университеты профессоры [[Николай Федорович Катанов]] рус графикаһы нигеҙендә “Азбука для башкирского языка” төҙөй.
 
Бигерәк тә башҡорт табибы һәм тел белгесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Александрович Ҡулаев]] (Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы) төҙөгән рус графикаһы нигеҙендәге башҡорт алфавиты киң билдәле. [[1912]] йылда Ҡазанда уның «Основы звукопроизношения и азбука для башкир» тигән китабы баҫылып сыға. Башҡортса яҙыу өсөн М.А.Ҡулаев урыҫ-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт милли алфавитын төҙөй, башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә, һәр өнгә хәреф билдәләй. [[1919]] йылда [[Өфө]]лә уның «Әлепей» китабы донъя күрә. Китапта һыҙылышы ҡатмарлы хәрефтәр ябайлаштырыла, улар хатта хәҙерге башҡорт теле алфавитына яҡын тора. Ләкин Ҡулаевтың алфавитын революциянан һуң тәүге йылдарҙа ғәмәлгә индереп булмай, сөнки граждандар һуғышы, [[1921]] йылғы йотлоҡ был эште бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәй.
 
[[1928]] йылда һәм артабан, төрки халыҡтар яҙмаларын ғәрәп алфавитынан латин алфавитына күсереү хәрәкәте дәүерендә, Ҡулаев урыҫ графикаһын ҡабул итеү кәрәклеген йәнә лә яҡлап сыға. Уның башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөү идеяһы [[1939]] йылда тормошҡа ашырыла башлай.