Библия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
 
Библия – [[йәһүҙелек|йәһүд]] һәм [[христианлыҡ|христиан]] диндәрендә Изге Китап сифатында ҡанунлаштырылған яҙмалар йыйынтығы. [[Ислам]] Библияны Изге Катап булараҡ таный, ләкин уны «көфөр» йәғни боҙолған тип таный. Библия Иҫке Ғәһет (ҡануни закондар −Тәүрат, ''Ветхий Завет'') һәм Яңы Ғәһет (''Новый Завет'', 4 Инжил һәм апостлапостол ғәмәлдәренән тора, Новый Завет) тип аталған өштәрҙәнөлөштәрҙән тора. Беренсеһе христиан дине барлыҡҡа килгәнсе үк яҙылған китаптарҙы берләштерә, ул Б.Э.Т III быуатта яҙылған.
 
Иҫке ҒәһедҒәһет 3 бүлектән тора. «Ҡанун» (йәһүдсә – [[Тора]]) тип аталған беренсе бүлектә [[Муса (пәйғәмбәр)|Муса пәйғәмбәрҙең]] 5 китабы, икенсе – «Яҙмалар» («Писания») бүлегендә йәһүд халҡының боронғо тарихын бәйән итеүсе 13 китаптан керә, өсөнсө – «Зәбүр» («Пластырь») бүлегендә христиандарҙа һәм йәһүдиҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыуҙың мөһим бер өлөшө булып торған дини шиғырҙар тупланған. Иҫке Ғәһет ун бер йәһүд пәйғәмбәр асыштарын бәйән ителгән «Пәйғәмбәрҙәр» китабы менән йомғаҡланған. Йәһүҙиҙәр Иҫке Ғәһедтең йәһүд телендәге текстын изге тип иҫәпләй. Христиандар иһә Б.Э.Т II быуатта Александрия ҡалаһында тәржемә ителгән тексты (уның төҙөлөшө һәм тексты йәһүдиҙәрҙекенән бер аҙ айырала) ҡануни тип таный. Иҫке Ғәһет [[латин теле|латин]], боронғо славян һ.б. телдәргә [[грек теле]]нән тәржемә ителгән. Яңы Ғәһет фәҡәт христиандарҙа ғына изге булып һанала. Ул 27 китаптан – [[Ғайса]]ның тормошо һәм тәғлимәте, Изге апостол ғәмәлдәре менән бәйән ителгән 4 Инжилдән (Евангелие; мәғәнәһе – «изге хәбәр»), апостолдарҙың 21 хатынан һәм Иоанн Богослов асышынан ғибәрәт. Яңы Ғәһедтең тексты грек телендә яҙылған.
 
[[Рус православие сиркәүе]] Библияның [[XI быуат]]та Кирил һәм Мефодий тарафынан тәржемә ителгән боронғо славян телендәге текстын файҙалана. Христиан динендәге башҡа милләт вәкилдәре үҙ теленә тәржемә иткелгән Библияны ҡуллана. Библияны рус теленә [[XXI быуат]] башында тәржемә итә башлайҙар. 1810 йылда Яңы Ғәһет тәржемә ителә. Шулай ҙа уның 1860-70 йылдарҙағы тәржемәһе – «Синодаль» ғына сиркәү тарафынан рәсми рәүештә раҫлана, уна урыҫ протестанттары ла ҡаллана.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Библия» битенән алынған