Абаға: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
36 юл:
 
==Ботаник яҙма==
[[Файл:Pteridium aquilinum nf.jpg|thumb|left|{{Бот.илл.|Линдман}}]]
8 төрө билдәле, сүллек, дала һәм поляр раайондарҙан башҡа бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда ҡәҙимге ҡаҙаяҡ үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Япраҡтары (вайялары) оҙон һаплы, асыҡ йәшел төҫтә, тиресәле, ҡаты, ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә, оҙон тамырһабаҡта яңғыҙар урынлашҡандар. 1‑се тәртип сегменттары ланцет формаһында, ҡапма‑ҡаршы, аҫҡылары һаплы, 2‑се тәртип — киң төплө оҙонса‑ланцет формаһында, ултырма. Сорустары (спорангиялар төркөмдәре) япраҡ өлөштәренең төрөлгән ситтәре аҫтында бөтөн һыҙат булып урынлашҡан (ялған япма). Споралары һорғолт‑һары, бөртөклө‑төйөрсөклө. Споралары июль—сентябрҙә оса.
[[Файл:Adelaarsvaren stengeldoorsnede Pteridium aquilinum.jpg|thumb|left|150px|Һабағының киҫелеше]]
 
==Таралышы==
Һирәкләнгән ылыҫлы, япраҡлы урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, ҡырҡылған урмандарҙа, ҡоро битләүҙәрҙә, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Кальцефил. Декоратив, ағыулы үҫемлек. Тамырһабаҡтарында алкалоидтар, сапониндар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Инсектицид үҙенсәлектәргә эйә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Абаға» битенән алынған