Бәрәңге — версиялар араһындағы айырма

55 байт өҫтәлгән ,  6 лет назад
ә
Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
(текст)
ә (Робот: косметик үҙгәртеүҙәр)
| ncbi = 4113
}}
'''Картуф''' (шулай уҡ '''бәрәңге''', {{lang-la|Solanum tuberosum}}) — күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә тоған культуралы үҫемлек;эт карағаттары [[ғаилә (биология)|ғаиләһендәге]] эт ҡарағаты һымаҡтар [[ырыу (биология)|ырыуынан]] күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек; крахмаллы йәшелсә культураһы. Аҙыҡ, мал аҙығы булараҡ һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелә
[[РәсемФайл: Solanum tuberosum.JPG|thumb|left|Сәскә атҡан бәрәңге]]
 
== Үҫемлектең тарихы ==
[[РәсемФайл:Potato fruits.jpg|thumb|left|Бәрәңге алмаһы ([[емеш|емеше]]) ағыулы]]Был үҫемлекте [[Көньяҡ Америка]] [[индеецтар|индеецтары]] бынан ун дурт мең йыл элек уҡ белгәндәр. [[1565]] йылда ул [[Испания]]ға килтерәләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары уны [[Бөйөк Британия]]ға алып ҡайталар. [[1740]] йыл тирәһендә «икенсе икмәгебеҙ» [[Германия|Германияла]], [[Италия|Италияля]], [[Бельгия|Бельгияла]], [[Франция|Францияла]] күренә башлай. Шулай за яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен биҙәнеү өсөн сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрҙә уны «шайтан алмаһы» тип тә йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ тип һаналған.
 
[[Франция|Францияла]] аптекарь Пармантье «ер алмаһы»н үҫтереүгә күп көс һала. [[1785]] йылдың авгусында ул [[Людовик ХVI]]-ға картуфтың сәскә аткан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итә. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙа ныҡлы урын ала.
Бәрәңге бүлбеһенән 50-80 см бейеклектә 3-6 йәшел йәки миләүшә (антоциан) төҫтәге һабаҡлы ҡыуаҡсыҡ үҫемлек үҫеп сыға. Беренсе япраҡтар үҫеп сыҡҡас һабаҡ ҡуйынынан ер аҫтында 15-20 см-ға тиклем оҙонлоҡтағы бәбәктәр барлыҡҡа килә, улар, осҡа табан йыуанайып, яңа бүлбеләр хасил итә. Бүлбеләрҙә спираль буйынса урынлашҡан күҙҙәрҙә 3−4 -әр бөрө була. Ғәҙәттә, урта бөрө шытып сыға, ул зарарланған осраҡта ғына башҡалары шытып үҫә башлай. Бәрәңге бүлбеләре йомро, оҙонса һ.б. формала була; эсе аҡ, тышҡы яғы аҡ, һары, ал-ҡыҙғылт, зәңһәрһыу төҫтә. Тамыр системаһы суҡ һамаҡ, сағыштырмаса зәғиф үҫешле.
 
Бәрәңге вегетатив юл менән, башлыса, бүлбеләрҙән (селекция максатында орлоҡтан) үрсетелә. Генератив юл менән үрсетелгән бәрәңгенең продуктлылығы кәм була. Үҫемлекте осонан, күҙҙәренән, шытымдан, һабағыннан да үрсетергә мөмкин. Бәрәңге бөрөләре тупраҡта 5-8°С йылылыҡ булғанда шыта башлай. Тишелеп сығыу өсөн иң уңай температура 15-20 °C, [[фотосинтез]], һабаҡ, япраҡ үҫеү, сәскә атыу өсөн 16-22 °C. Бәрәңге бүлбеләре төнгө температура 10-13 °C булғанда яҡшы үҫә. Юғары температурала (төндә 20 °C һәм унан да юғары булһа) бәрәңгенең йылылыҡ үҙлектәре боҙола. Температура -2 °C тан түбәнрәк булһа, бәрәңге үҫемлеге ҡырауҙан зарарлана. Бәрәңгенең транспирация (һыуҙа парга әйләндерү) коэффиициенты уртаса 400-500. Сәскә атыу осоронда, һабаҡтары иң ныҡ үҫеп, бүлбеләр барлыҡҡа килгән ваҡытта, бәрәңгегә иң күп дым һәм туҡландыдыу талап ителә. Бәрәңге уңышы гектарынан 200-250 ц/еннер булғанда, үҫемлек тупраҡтан 100-175 кг азот, 40-50 кг фосфор, 140-230 кг калий ала. Бәрәңге үҫтереү өсөн ҡара тупраҡ, һоро урман тупрағы, кәҫле көл һымаҡ, механик составы буйынса ҡомһол, еңел һәм уртаса балсыҡлы тупраҡ ҡулай һанала.
[[Селекционерҙар]] картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.
== Составы ==
Бәрәңге уртаса 76,3% [[һыу]]ҙан һәм 23,7% (макс. 36,8% -ҡа тиклем) ҡоро матдәдән, шул иҫәптән 17,5 % (макс. 29,4%-ҡа тиклем) [[крахмал]], 0,5% [[шәкәр]], 1-2% (макс. 4,6 % тиклем) [[аҡһым]], 1 % самаһы минераль минераль тора. Бәрәңге − С, В1, В2, В6, РР, К витаминдары һәм каротиноидтар сығанағы.
<gallery>
== Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар ==
Хәҙер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.
[[РәсемФайл:PreparedPotatoes.jpg|right|thumb|Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар]]
Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә бәрәңгенән крахмал, киптерелгән һәм ҡыҙҙырылған бәрәңге (чипсы), бәрәңге боламығы, һыуытылған бәрәңге (гарнир өсөн, биточки, котлет һ.б.), бәрәңге лачауы, саго һ.б. етештерлә. Крахмал − патока һәм спирт етештереү сәнәғәте өсөн сеймал. 17,6% крахмаллы 1 тонна бәрәңгенән 112 литр спирт, 55 кг шыйыҡ углекислота, 0,39 литр араҡы майы (сивушное масло) йәки 1500 литр барда йәки 170 кг крахмал, 80 кг глюкоза, 65 кг гидрол һ.б. продукттар алырга мөмкин. Бәрәңге спирты − фармацевтика, парфюмерия һәм араҡы-шараб сәнәғәтендә, крахмалы кондитер һәм туҡыу сәнәғәтендә файҙаланыла.
* [http://www.krugosvet.ru/enc/nauka_i_tehnika/biologiya/KARTOFEL.html?page=0,0#part-131 ''Статья о картофеле'' в энциклопедии «Кругосвет»]
 
[[ТөркөмКатегория:Алфавит буйынса үҫемлектәр]]
[[ТөркөмКатегория:Үҫемлектәр]]
[[ТөркөмКатегория:Ауыл хужалығы культуралары]]
[[ТөркөмКатегория:Аҙыҡ-түлек]]
[[ТөркөмКатегория:Эт ҡарағаты һымаҡтар]]
 
{{Link FA|be-x-old}}
36 238

үҙгәртеү