Гольфстрим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
 
== Ағымдың Көнбайыш Европа һәм АҠШ-ҡа йоғонтоһо ==
[[АҠШ]] һәм [[Көнбайыш Европа]]ның йылы климаты 90 процентка Гольфстрим ағымына бәйле. Океандың был ағымы секундына 50 миллион кубометр йылы һыу ағыҙа, был – 1015 киловатт йылылыҡ энергияһы тигән һүҙ! Йәғни, Атлантика тирәһендәге Европа, АҠШ һәм Канаданы йөҙҙәрсә йылдар буйы миллион атом электр станцияһы йылытып торған кеүек. Әлеге «йылылыҡ өҫтәмәһе» Европа һәм АҠШ климаты температураһын 8-10 градусҡа, хатта [[Мәскәү]]ҙеке лә 2 градусҡа арттыра. [[Рәсәй]] баш ҡалаһының йыллыҡ уртаса температураһы +3,8 градус. Шаҡтай төньяҡтараҡ урынлашҡан [[Рейкъявик]]ты иһә Гольфстрим + 5кә, [[Хельсинки]]ны + 6,8 градусҡа тиклем йылыта. Ә бына шул уҡ киңлектәге [[Якутский]]ҙа температура минус 10,2 градус тәшкил итә. [[Лондон]]да Гольфстрим арҡаһында уртаса йыллыҡ температура плюс 11 булһа, шул уҡ киңлектәге [[Воронеж]]да иһә плюс 5 (сөнки Гольфстрим «ярҙам итмәй»), [[Берлин]]да плюс 10 булһа, [[Новосибирский]]ҙа минус 0,2.
 
Был АКШ, Канада һәм Көнбайыш Европаның [[ауыл хужалығы]] өсөн иҫ киткес уңай шарттар тыуҙыра. Ҡара тупрағы булмаған [[Германия]], [[Франция]], [[Бөйөк Британия]], [[Швеция]], [[Ирландия]]ла бөтөклөләр уңышы гектарҙан 60-тан алып 85 центнерга тиклем. Ә уңдырышлы ҡара тупраҡлы [[Украина]]ла ни бары 24, ә [[Рәсәй]]ҙең ҡара тупраҡлы булмаған төбәктәрендә ғөмүмән 12-15 центнер ғына. Европа һәм АҠШ-та сәсеүлектәрҙе харап итерлек ҡоролоҡ һәм яҙғы һалҡындар булмай, шуға күрә АҠШ менән Канада бөртөклөләрҙе йылына 100 миллион тонна, ә Көнбайыш Европа йылына 50 миллион тонна ситкә һата. Гольфстрим арҡаһында, уларда уңыштың 5 проценты ғына тәбиғәт шарттарына бәйле, ә Рәсәйҙә иһә 50 процент уңыш тәбиғәт шарттарының нисек килеүенә бәйләнгән!
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гольфстрим» битенән алынған