Гольфстрим: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
16 юл:
Океан ағымдары түбәндәгесә «эшләй»: һалҡын һәм тығыҙыраҡ ҡатламы [[Лабрадор ағымы]] йылы һәм еңелерәк ҡатламы Гольфстрим ағымы аҫтына «сума» һәм, шулай итеп, уға Европаны йылытыу мөмкинлеге бирә. Шунан һуң [[Лабрадор ағымы]], һалҡын [[Канар ағымы]] исеме менән [[Испания]] ярҙары тирәһендә өҫкә сыға ла, Атлантиканы киҫеп үтеп, [[Кариб диңгеҙе]]нә етә, йылына һәм, Гольфстримға әйләнеп, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Төньяҡҡа ымтыла. Һалҡын Лабрадор ағымының һыу ҡатламы тығыҙыраҡ булыу – донъя өсөн ҙур бәхет. «Парник эффекты»ла, «озон ярыктары» ла, кешелек донъяһының техноген эшсәнлеге лә түгел, ә нәҡ бына Лабрадор ағымының һыу составы тығыҙыраҡ булыу йылылыҡты тәэъмин итә. Бөгөн был ағымдың тығыҙлығы Гольфстрим һыуы тығыҙлығынан проценттың ундан бер өлөшө ҡәҙәр генә артығыраҡ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: ни бары ундан бер! Ә был – Лондон пальмалары, Пальма де Майорка пляждары, Норвегияның туңмай торған фиордлары һәм [[Баренец диңгеҙе]]ндә йыл әйләнә навигация тигән һүҙ.
== Гольфстрим ағымының боҙолоуы тураһында гипотеза ==
=== Климат үҙгәреүе менән бәйле гипотезалар ===
Гольфстримдың [[климат]]ҡа йоғонтоһон иҫәпкә алып, ҡыҫҡа тарихи осорҙа ағымдың боҙолоуы менән бәйле климат катастрофаһы булыуы мөмкин тип иҫәпләнә. [[Глобаль йылыныу]] сәбәпле, [[Төньяҡ Боҙло океан]] боҙҙары иреп океан һыуы тоҙһоҙлана, ә Гольфстрим сөсө һәм тоҙло һыу ҡушылмау сәбәпле барлыҡҡа килә, ағым боҙола, Европала Боҙлоҡ осоро башлана – был Голивуд фильмдарының яратҡан темаһы.
 
==== Тарихи мәғлүмәт ====
Катастрофаның булыуы мөмкин тигән фараз файҙаһына, [[Ер (планета)|планета]] климатында элек булған осорҙар һөйләй. Шул иҫәптән, [[Кесе Боҙлоҡ осоро]] һәм [[Гренландия]] боҙҙарын анализлау мәғлүмәте.
 
==== Туфан ҡалҡыу ====
Шулай уҡ глобаль йылыныу ағымдың боҙолоуына килтерә тип иҫәпләнә. Ағым динамикаһы һыуҙың тоҙлолоғо менән бәйле. Һыу тоҙлолоғо боҙҙар ирегән һайын түбәнәйә. [[Быуланыу тәъҫире]] йоғонтоһонда полюс һәм экваторҙа температура айырмаһы булмауы ла ағымдың боҙолоуына килтерә. Шулай итеп, глобаль йылыныу һыу кимәле күтәрелеүгә килтерә, [[Европа]]ға катастрофик һыуыҡлыҡ алып килә.
 
=== Лабрадор ағымының тәъҫире ===
Лабрадор ағымының һыу тығыҙлығы Гольфстримдыҡы менән тигеҙләнеүгә, ул Гольфстрим аҫтына «сума» алмай башлаясаҡ һәм, океан өҫтөнә күтәрелеп, Гольфстримдың төньяҡҡа табан ағыуына кәртә буласаҡ. Тура мәғәнәһендә 3-10 йыл эсендә Гольфстримны «һүндерәсәк». Океан ағымдарының бер-береһенә бәйле һигеҙ ағымы («бөйөк һигеҙлне») боҙлоҡ осорона хас ике ағымға әйләнәсәк.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гольфстрим» битенән алынған