Бензол: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
71 юл:
==Ҡыҫҡаса белешмә==
Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м3. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары т‑ралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары сыҙамлылыҡ хас ; электрофилгә алмаштырыу (хлорлау, нитратлаштырыу, сульфирлау һ.б.) реакциялары еңел, ҡушыу (гидрирлау) реакциялары ауыр үтә. Тирене ҡуҙғыта; юғары концентрацияла парҙары үҙәк нервы системаһына тәьҫир итә, түбән концентрацияларының күп тапҡырлы тәьҫиренән ҡан составы үҙгәреүе күҙәтелә (ПДК 5 мг/ м3). Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. алып Б. тура ҡыуылған бензиндарҙың тар фракцияһына (tҡайнау 62—85°С) водород баҫымы аҫтында каталитик риформинг үткәреп етештереү үҙләштерелә . Б. хлор‑ һәм дихлорбензолдар , этилбензол , кумол, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, анилин, малеин ангидриды һ.б. ҡиммәтле ярым продукттар, фармацевтик препараттар, лак‑буяу материалдары етештереүҙә, мотор яғыулығына өҫтәмә сифатында ҡулланыла. 60‑сы йй. башында Өфө нефть эшкәртеү заводында Б. нигеҙендә айырыуса таҙа циклогексан етештерелә.
[[Файл:Ёмкость с бензолом.jpg|thumb|250 px|Бензол (шыйыҡ)]]
 
==Шула уҡ ҡара==
: Алициклик берләшмәләр
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бензол» битенән алынған