Атмосфера баҫымы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Атмосфера баҫымы''' — атмосфера тарафынан уның эсендәге предметтарға һәм Ер…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Атмосфера баҫымы''' — атмосфера тарафынан уның эсендәге предметтарға һәм Ер өҫтөнә яһалған баҫым.
== Белешмә ==
 
Атмосфераның һәр бер нөктәһендә өҫтәге һауаның ауырлығы менән билдәләнә, юғарыға табан кәмей. Атмосфера баҫымы Ер өҫтөндә урындан урынға һәм ваҡыт арауығында үҙгәреүе, юғары һәм түбән баҫым өлкәләренең формалашыуы атмосфералағы йылылыҡтың таралыуына бәйле. Атмосфера баҫымы тигеҙһеҙ горизонталь таралыуы һауа ағымдары килеп сығыуын, ел режимын билдәләй. Барометр менән үлсәнә, т.б. мм йәки гектопаскалдәрҙә (гПа) күрһәтелә. Уртаса (нормаль) атмосфера баҫымы итеп диңгеҙ кимәлендәге (0° С т‑рала 45° киңлектә) баҫым алынған, ул т.б. 760 мм (1013,3 гПа) тап килә. Атмосфера баҫымы режимында ваҡытлы (йыллыҡ һәм тәүлек йөрөш) һәм ваҡытлы булмаған (антициклон һәм циклон тәьҫире һөҙөмтәһендәге үҙгәрештәр) тирбәлеүҙәр күҙәтелә.
[[Файл:Природа и люди 22 Синоптическая карта 1915 год.jpg|thumb|240px||||Изобары на синоптической карте России<br /> [[1 мая]] [[1890 год]]а]]
 
== Башҡортостанда ==
Башҡортостанда (Өфө—Дим метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса) уртаса йыллыҡ атмосфера баҫымы т.б. 754 мм (1005,4 гПа) тәшкил итә, ғинуарында — т.б. 756 мм (1007,7 гПа), июлдә — т.б. 748 мм (997,6 гПа). Иң юғары А.б. (т.б. 780 мм, йәғни 1050,7 гПа) 1969 йыл ғинуар, иң түбәне (т.б. 718 мм, йәғни 960,1 гПа) 1975 йылдың ғинуары теркәлгән.
== Сығанаҡтар ==
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
 
== Һылтанмалар ==
{{commons-inline|Atmospheric pressure}}
* {{ВТ-ЭСБЕ|Атмосфера давления}}
* [http://mounts.narod.ru/advice/atm-press.htm График изменения атмосферного давления при изменении высоты]
 
{{Погода}}
 
[[Категория:Климатология]]