Аҡһаҡ ҡола (эпос): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
==Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе==
Эпос буйынса, Аҡһаҡ ҡола — Шүлгән күле төбөнән сыҡҡан изге аттар тоҡомо — яуыз хужаһынан ҡаса һәм үҙе менән йылҡы өйөрөн алып китә. Бай улы өйөрҙө ҡыуып етә һәм, Аҡһаҡ ҡолаға яҡшы тәрбиә вәғәҙә итеп, өйөрҙө алып ҡайтыуын үтенә, әммә өйөр ҡайтыу яғына боролғас, антын боҙоп, Аҡһаҡ ҡолаға уҡ ата. Яраланған ат, тояғы менән тибеп, хужаһын үлтерә (икенсе версия буйынса, ҡайтып еткәс, бай улы аттан ҡолап, ҡамсы һабының һынығына сәнселеп үлә) — яуызлыҡ һәм мәкерлек хөкөм ителә, анты башына етә. “Аҡһаҡ ҡола” башҡорттарҙың көнкүрешен һәм йолаларын тормошсан итеп тасуирлауға ҙур урын бирелә. Эпостың шиғри өлөштәре һамаҡ стилендә көйләнә.
{{Врезка
| Заголовок = Аҡһаҡ ҡола төшөндә күргәнен йылҡыларына һөйләгәне:
| Содержание =
:«Аҡһаҡ ҡола был хәлде һиҙенгән, ти. Ҡораллы егеттәр килерҙән алда төш күреп, йылҡыларына әйткән, ти:
 
:Бөгәсә лә бер төш күрҙем,
:Төшөмдө мин ут күрҙем.
:Ут эргәһе тулы шеш күрҙем,
:Шеш осонда ит күрҙем,
:Был ни булыр, бейәләр,
:Был ни булыр, бейәләр?
 
:Күмәк йылҡы араһынан сығып, бер ҡола байтал телгә килеп, төш юраған, ти.
 
:Бөгөн төндә бер төш күрһәң,
:Төшөңдә һин ут күрһәң,
:Ут эргәһе тулы шеш күрһәң,
:Шеш осонда ит күрһәң,
:Ҡара башыңа булһын, ҡарт убыр,
:Ҡара башыңа булһын, ҡарт убыр, —
 
:тип юраған, ти.
 
Read more: http://soyuzkuraistovrb.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=690:2012-01-23-14-49-31-747
| Подпись = ''"Аҡһаҡ ҡола" эпосынан өҙөк»''
| Выравнивание = right
| Ширина = 220px
}}
==Әҙәбиәт==