Кеҫәрткеләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
24 юл:
 
== Ҡылыҡһырлама ==
Һөйрәлеүселәр отряды. 20‑нән ашыу ғаиләһе, 4300 төрө билдәле, [[Антарктида]]нан башҡа бөтә континенттарҙа таралған. [[Башҡортостан]]да [[орсоҡ йылан]]дар (орсоҡ йылан) һәм ысын кеҫәрткеләр (бала тыуҙырыусы кеҫәртке һәм сос кеҫәртке) ғаиләһенә ҡараған 3 төрө бар. Кәүҙәһе валик формаһында, тығыҙ, ян-яҡтан ҡыҫылған йәки цилиндр һымаҡ, оҙонлоғо 15‑тән алып 45 см тиклем, мөгөҙ тәңкәләр менән ҡапланған. Тиреһе ҡоро, биҙһеҙ. Ата сос кеҫәртке арҡаһы башлыса йәшел төҫтә (инә кеҫәртке — һоро), ҡорһағы аҡ йәки тоноҡ йәшел, ҡара таплы; бала тыуҙырыусы кеҫәртке кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрән төҫтә, ҡарағусҡыл йәки асыҡ һыҙатлы, ата кеҫәртке аҫҡы өлөшө ҡыҙғылт һары, инә кеҫәртке — аҡһыл һоро йәки йәшкелт. Башы бәләкәй, муйынынан аҙ айырылған, күҙ ҡабағы хәрәкәтсән, айырым. Конус формаһындағы ваҡ осло тештәре, ҡолаҡ тишеге һәм ҡолаҡ ярыһы үҫешкән, Якобсон ағзаһы (төрән-танау ағзаһы) бар. Аяғы биш бармаҡлы йәки бармаҡһыҙ (орсоҡ йылан). Бала тыуҙырыусы кеҫәртке һәм сос кеҫәртке боттарының эске яғында күҙәүҙәр урынлашҡан, уларҙан үрсеү осоронда мөгөҙләнгән күҙәнәктәр бүленеп сыға. Күп кәҫәрткеләр ҡурҡыныс тыуғанда ихтыярһыҙ рәүештә ҡойроғоноң бер өлөшөн өҙөп ҡаса, ҡайтанан үҫкәне ҡыҫҡараҡ була.
 
== Йәшәү рәүеше ==
Енси диморфизм хас: ата кеҫәртке ҡойроғо оҙонораҡ. Енси яҡтан 2—3 йылда өлгөрә. Аталаныу эстә була. Инә кеҫәртке соҡорға 6—12 йомортҡа һала (сос кеҫәртке) йәки балаларын йоҡа үтә күренмәле тышсала тыуҙыра (бала тыуҙырыусы кеҫәртке). 5 йылға яҡын йәшәй. Көндөҙ, һирәгерәк эңерҙә әүҙем. Сентябрь аҙаҡтарында имеҙеүселәрҙең өңдәренә, ағас тамырҙары аҫтындағы бушлыҡтарға инеп ҡышлай, май башында сыға. Ер өҫтө умыртҡаһыҙҙары ([[балдаҡлы селәүсендәр]], [[ моллюскылар]], [[үрмәкселәр]], [[бөжәктәр]]ҙең балағорттары һәм имаголары) менән туҡлана. Сос кеҫәртке даланың ҡоро ҡояшлы урындарында, урман аҡландарында, уба битләүҙәрендә, бала тыуҙырыусы кеҫәртке республиканың бөтә биләмәһендә киң япраҡлы урмандарҙа, һыу ятҡылыҡтары янында йәшәй. [[Орсоҡ йылан]] БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
 
[[РәсемФайл:Varan komodský.jpeg|right|270px|thumb|[[Комодский варан]] (''Varanus komodoensis'') — крупнейшая современная ящерица]]
[[РәсемФайл:Anguis fragilis Anguidae OrvetHelfaut.jpg||270px|thumb|[[Ломкая веретеница]] (''Anguis fragilis'')]]
[[РәсемФайл:Eremias arguta, Balkhash, 2004.JPG|right|270px|thumb|[[Разноцветная ящурка]] (''Eremias arguta''). [[Сарыарка]]]]
[[РәсемФайл:Draco timorensis.jpg||right|270px|thumb|''Draco timorensis'' из рода [[Летучие драконы|летучих драконов]]]]
 
== Сығанаҡтар ==