Кеҫәрткеләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
== Ҡылыҡһырлама ==
Һөйрәлеүселәр отряды. 20‑нән ашыу ғаиләһе, 4300 төрө билдәле, Антарктиданан[[Антарктида]]нан башҡа бөтә континенттарҙа таралған. Башҡортостанда[[Башҡортостан]]да [[орсоҡ йылан]]дар (орсоҡ йылан) һәм ысын кеҫәрткеләр (бала тыуҙырыусы кеҫәртке һәм сос кеҫәртке) ғаиләһенә ҡараған 3 төрө бар. Кәүҙәһе валик формаһында, тығыҙ, ян-яҡтан ҡыҫылған йәки цилиндр һымаҡ, оҙонлоғо 15‑тән алып 45 см тиклем, мөгөҙ тәңкәләр менән ҡапланған. Тиреһе ҡоро, биҙһеҙ. Ата сос кеҫәртке арҡаһы башлыса йәшел төҫтә (инә кеҫәртке — һоро), ҡорһағы аҡ йәки тоноҡ йәшел, ҡара таплы; бала тыуҙырыусы кеҫәртке кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрән төҫтә, ҡарағусҡыл йәки асыҡ һыҙатлы, ата кеҫәртке аҫҡы өлөшө ҡыҙғылт һары, инә кеҫәртке — аҡһыл һоро йәки йәшкелт. Башы бәләкәй, муйынынан аҙ айырылған, күҙ ҡабағы хәрәкәтсән, айырым. Конус формаһындағы ваҡ осло тештәре, ҡолаҡ тишеге һәм ҡолаҡ ярыһы үҫешкән, Якобсон ағзаһы (төрән-танау ағзаһы) бар. Аяғы биш бармаҡлы йәки бармаҡһыҙ (орсоҡ йылан). Бала тыуҙырыусы кеҫәртке һәм сос кеҫәртке боттарының эске яғында күҙәүҙәр урынлашҡан, уларҙан үрсеү осоронда мөгөҙләнгән күҙәнәктәр бүленеп сыға. Күп кәҫәрткеләр ҡурҡыныс тыуғанда ихтыярһыҙ рәүештә ҡойроғоноң бер өлөшөн өҙөп ҡаса, ҡайтанан үҫкәне ҡыҫҡараҡ була.
 
== Йәшәү рәүеше ==